Өфөгә Кирилл Капризов килә!

Сит майҙанда бер-бер артлы ун уйын үткәреү, ай-һай, еңелдән түгелдер. Шуға ла юлаевсыларға «Динамо» (Рига), «Торпедо» (Түбәнге Новгород), «Северсталь» (Череповец) менән алышта ҡыйынға тура килде. Етмәһә, көн аралаш уйнарға кәрәк ине.

Командабыҙға яңыраҡ саҡырылған хоккейсыларҙың кемеһе нисек икәнен белдек. Ҡап­ҡасы Иван Налимов менән һаҡсы Оскарс Бартулис «Динамо», «Торпедо» менән осрашҡанда һынау үтте. Икеһе лә ышаныслы ғына уйнаны, юлаевсылар өсөн кәрәкле хоккейсылар. Ә һөжүм итеүселәр Владимир Ткачёв менән Дмитрий Саюстовтың күсеүенә ҡыуанырға тейешбеҙ, әлдә беҙҙең команданы һайланылар. Әле улар Антон Бурдасов менән бергә көслө өс тағанға әйләнде. Хәл иткес голдарҙы ла индерә башланылар. Әйткәндәй, Бурдасов та мәргәнлеген күрһәтә хәҙер. «Северсталь» менән уйнағанда ул ике гол индерҙе.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, «Динамо» менән «Торпедо»ны өҫтәмә ваҡытта һәм буллит буйынса ғына еңә алдыҡ, икеһендә лә иҫәп – 4:3. Шуға ла дүрт мәрәй яуланыҡ. Ә бына «Северсталь» менән уйында – ни бары бер генә мәрәй. Өҫтәмә ваҡытта отолоп ҡуй­ҙыҡ – 2:3. Әлеге лә баяғы ҡапҡасыбыҙ Бен Скривенс арҡаһында инде. Еңел генә голды үткәреп торасы. Бер ҙә матур ғына уйнап китә алмай ул. Һаман да аптырата.
«Салауат Юлаев» Өфөгә ҡайтты. Быйылғы миҙгелдәге ҡалған алты уйынды ла беҙҙең хоккейсылар үҙ боҙонда үткәрәсәк. Шулар­ҙың тәүгеһе 17 ғинуарҙа «Витязь» (Подольск) менән буласаҡ. Унан инде 19-ында ЦСКА менән алыш көтә. Барып күрегеҙ, үҙебеҙҙең Кирилл Капризов килә бит!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code