Өфөгә Капризов килә!

Төп һаҡсыбыҙ Юха Метсоланың яңынан уйнай башлауы һөйөндөрә. Ышаныслы тора, күп тапҡыр ҡотҡара, йәғни ҡап­ҡаһын биктә тота белә. Бына әле тағы өс еңеүгә ирештек.

Өфөлә юлаевсылар «Барыс»ты 7:3 иҫәбенә ҡыйратып ҡайтарып ебәрҙе. Астана хоккейсылары бер нисек тә ҡаршылыҡ күрһәтә алманы. Был уйында бигерәк тә Теему Хартикайнен һоҡландырҙы, ике гол индерҙе. Шулай уҡ һөжүм итеүселәрҙән Линус Умарк, Дмитрий Кугрышев, Йоонас Кемппайнен да унан ҡалышмаҫҡа тырышты.
24 сентябрҙә беҙҙекеләрҙе Силәбелә «Трактор» көтә ине. Улар ҙа ҡаршы тора алманы. 5:0! Юха Метсола юлаевсылар составында тәүге тапҡыр «ҡоро» иҫәпкә уйнаны. Афарин! Һөжүм итеүселәребеҙ Пётр Хохряков менән Александр Кадейкин да маҡтауға лайыҡ. Командабыҙ штраф ваҡыты алып, аҙсылыҡта ҡал­ғанда улар икеһе лә һаҡланыу оҫталығын күрһәтеп кенә ҡалманы, гол индереүгә лә иреште. «Салауат Юлаев»ҡа ошондай хоккейсылар күптән кәрәк ине.
Ике уйында еңел генә еңдек. «Динамо» (Минск) менән нисек булыр, беҙгә «ҡунаҡсыллыҡ» күрһәтерҙәрме? Әйтергә кәрәк, алыш килеп сыҡманы. Уйын аҙағына тиклем юлаевсыларҙың өҫтөнлөгө менән үтте. Әйткәндәй, өс голды ла һаҡсыларыбыҙ Филип Ларсен (ике) менән Павел Коледов индерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы, аҙсылыҡта, күпселектә ҡалғанда махсус уйнай торған хоккейсыларыбыҙ бар. Мәҫәлән, әлеге лә баяғы Александр Кадейкин, Пётр Хохряковтар һәм Владимир Жарков, Вячеслав Солодухин, Максим Майоров оҫта һаҡлана белһә, ә Линус Умарк, Антон Бурдасов, Йоонас Кемп­пайнен, Дмитрий Кугрышев, Филип Ларсен һөжүм ойоштороуҙа үҙҙәрен күр­һәтә, хәл иткес голдар индерә.
Минскиҙа «Динамо»ны 3:1 иҫәбенә оттоҡ. Антон Бурдасов тағы бер гол индергәйне, һанаманылар. Баш судья сәбәбен тапты инде…
Бөгөн юлаевсыларҙы Подольскиҙа «Витязь» менән һынау көтә. Еңеп ҡайтыуҙарына ышанабыҙ. Ә 1 октябрҙә Өфөгә ЦСКА килә! Күптән түгел беҙҙең командала уйнаған, яратҡан хоккейсыларыбыҙға әйләнгән Кирилл Капризов менән Антон Слепышевты күрәсәкбеҙ!

М. КӨЙӘРМӘНОВ.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code