Әсәйем

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз кешем,
Әлдә һин бар, әсәйем.
Һиңә оҡшарға тырышып,
Фәһем алып йәшәйем.

Оҫта ҡуллыһың да үҙең,
Сигеү сигә, бәйләйһең.
Баҡсаң нур-ҡотҡа күмелә
Йәмле, матур йәйҙәрен.

Аш-һыуың бигерәк тәмле,
Телдәреңде йоторлоҡ.
Сәйҙәрең дә балдай татлы,
Булмаҫ һис оноторлоҡ.

Өйрәтәһең тик яҡшыға,
Тырыш, уңған булырға.
Ауырлыҡтар килеп тыуһа,
Түҙем, сабыр ҡалырға.

Һин булғанда тыныс, рәхәт,
Донъям да минең йәмле.
Йәшә беҙҙе ҡыуандырып,
Әсәкәйем, һин, йәме.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code