Әкиәттәр илендә

Хәйбулла район үҙәк балалар моделле китапханаһында шаулап-гөрләп «Китапханалар төнө» акцияһы сиктәрендә «Китап тылсымы» исемле кисә ойошторолдо.

Кискә табан уҙғарылһа ла, район мәҙәниәт йортона төркөм-төркөм балалар юл алды. Китап һөйөүселәрҙе унда «Уңға барһаң – әкиәт иленә, һулға боролһаң – викторинаға, ә инде тура барһаң, шиғриәт иленә юлығырһың» исемле күрһәткес тотҡан клоун һәм скоморох ҡаршыланы. Уңға боролған юлаусы әкиәт китаптары күргәҙмәһендә тылсымлы һүҙҙәр эҙләп һынау үтһә, һулға боролған китап һөйөүселәр әҙәби викторина һорауҙарына яуап бирҙе. Тура юлды һайлаған ҡыҙҙар һәм малайҙар бирелгән рифмаларҙан шиғырҙар яҙып ярышты.
Артабан уҡыусыларҙы әкиәт иленең тағы ла ҡыҙыҡлыраҡ, мауыҡтырғысыраҡ саралары көтә ине: шарҙарҙан твистинг, селфи-шоу, аквагрим, магиялар салоны. Кисәнең икенсе яртыһында «Әкиәт геройҙары бал»ы үтте. Унда эләгер өсөн балалар Буратиноның, Мальвина һәм Пьероның һынауҙарын үтергә тейеш ине. Китаптар феяһы менән китап магистры уҙғарған был балға төрлө әкиәттәрҙән принцтар һәм принцесса­лар, батшалар һәм батшабикәләр килгәй­не. Китаптар иле хужалары әкиәт герой­ҙарына төрлө һынауҙар әҙерләгәйне: үҙҙәре менән таныштырыу, әкиәти йомаҡтарҙы сисеү, әкиәттән өҙөктө сәхнәләштереү, парлы бейеү.
Иң һуңынан жюри үҙ баһаһын ҡуйҙы: иң сағыу һәм эрудициялы пар исемен лайыҡлы яулаусылар тип принцесса Будур (Ралина Әминева) һәм принц Аладдин (Ролан Рысбаев) танылды. Әкиәттән өҙөктө матур итеп сәхнәләштергәндәре һәм төп мәғәнәһен оҫта итеп асып бирә алғандары өсөн II урын Мальвинаға (Эльвина Батыршина) һәм Пьероға (Родион Аҡсулпанов) бирелһә, III урынға Дюймовочка (Аделина Билалова) һәм Эльф (Артём Салеев) лайыҡ булды. «Китап биттәренән сәхнәгә» исемле номинацияға апалы-ҡустылы Алёнушка (Сабина Рәхмәтова) һәм Иванушка (Ринат Ҡыҙрасов) тәҡдим ителһә, «Тамашасылар һөйөүе» номинацияһы Василиса Прекраснаяға (Алтынай Саламатова) һәм Иван Царевичҡа (Баязит Ҡәйепов) тапшырылды. Золушка (Руфина Әминева) һәм Принц (Фидан Юланов) «Иң һоҡландырғыс пар» булып бүләкләнде. «Иң үҙенсәлекле пар» тип урыҫ халыҡ әкиәте «Царевна-ля­гушка»ның төп персонаждары (Аделина Тарасова менән Әлмир Горшенин) табылды. Һәр береһенә Маҡтау грамоталары һәм бүләктәр тапшырылды. Барыһы ла күркәм саранан үҙҙәренә рухи аҙыҡ алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.

Гөлшат ҠАДИРОВА.
Хәйбулла районы, Аҡъяр ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code