Әкиәтсе ҡыҙ Сабина

I «В» синыфында ғына уҡыһа ла, күпте белә, ололарса фекерләй. Әкиәт һөйләү, тиһәң инде – уға ғына ҡуш. Бигерәк килештерә. Синыфта Сабина ҒИБӘҘУЛЛИНАға етеүсе юҡтыр ул. Йыр-бейеүгә лә шәп, һүҙгә лә әүәҫ. Илгәҙәк ҡыҙ «Һаумы, һаумы, әкиәт!», «Илһам» конкурс­тарында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яулап өлгөргән. Әле тырышып-тырмашып шиғыр һөйләү бәйгеһенә әҙерләнә.

– Мин дүрт йәшемдән әкиәт ятлай башланым. Балалар баҡсаһында тәүҙә былай ғына һөйләп ҡарай инек. Һәйбәт булыр микән, тип бер нисә кеше тыңлап ултыра. Бер ваҡыт ҡапыл оноттом да ҡуйҙым. Әсәйем әйтеп ебәрҙе. Улай ярамай, әсәй, үҙем һөйләйем, тигәйнем, бөтәһе лә көлдөләр, – тип хәтерендә ҡалғанын иҫләп алды ҡыҙ.
Был лицейҙа уҡыу оҡшай Сабинаға. Балалар баҡсаһына бергә йөрөгән ҡыҙҙар – Самира, Ряна менән уға бигерәк тә күңелле. Рәсем дәресен көтөп ала. Балалар баҡсаһында ла һүрәт төшөрөү түңәрәгенә йөрөгән.
Уҡытыусыһы Рәлиә Рәшит ҡыҙы Ғирфанова ла бик маҡтай:
– Тырыш, ипле генә ул. Дәрестә матур итеп яҙа, әүҙем ҡатнашып ултыра. Нимәлер килеп сыҡмаһа, ныҡ көйә. Алда төрлө конкурстарҙа ла ҡатнашып, еңеүҙәр яулар әле.
Ниндәй генә һорау бирһәң дә, оялмай, ихлас яуап биргән әкиәтсе ҡыҙҙан:
– Сабина, үҫкәс, кем булырға теләйһең? – тип һорамай ҡалманыҡ.
– Ҙурайғас, мин больницала эшләйәсәкмен. Ниндәйендә һәйбәт эш хаҡы алалар, тип әсәй­ҙән һорағайным, нисек яҡшыраҡ эшләйһең, шунда күберәк, тине.
– Ә һөнәрең ниндәй була?
– Шәфҡәт туташы, йә табип инде, – ти.
– Һай, афарин!

Ҡурай уйнап ишеттерәһеңме, тигәс, һис аптырап торманы, уйын ҡоралын ҡулына ла алды. Ә беҙ Арыҫлан АЛТЫНБАЕВты иҫебеҙ китеп тыңлайбыҙ. Шулай булмай ни, «Мирфәйзә», «Түңәрәк күл» көйҙәрен уйнап, районда – I, ҡалала – II, республика конкурсында III урын яулаған йәш ҡурайсы бит ул! Ҡайҙан, нисек өйрәнгән икән, тиһәк, уҡырға төшкәндән алып ҡурай, баян, вокал түңәрәктәренә яҙылған. Өйгә ҡайтҡас та өйрәнгәндәрен ҡабатлап, нығытып тора. Лицейҙа уҙған бер саранан да ситтә ҡалмай, ғаилә байрамдарында ла оҫталығын күрһәтә. Уҡыу­ҙа ла алдынғы, көндәлеген «дүртле», «биш­ле»ләр генә биҙәй.
– Ошо уҡыу йылында Октябрьский ҡалаһында үткәрелгән ҡурай байрамында ҡатнашырға теләйем, – ти IV «А» синыфында уҡыусы Арыҫлан, киләсәккә хыялдар ҡороп.
Бына шундай шәп ҡыҙ һәм малай менән таныштыҡ Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы башҡорт лицейында.

Г. ИБРАЕВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code