Әкиәтем – ары, үҙем – бире

Ҡунаҡтарҙы 166-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре сәләмләй.

Совет районының 166-сы башҡорт һәм 205-се балалар баҡсаларында «Һаумы, һаумы, әкиәт!» ҡала конкурсының район кимәлендә һайлап алыу туры үтте.

Асия Хөсәйенова.

«Теремок»ты барыһы ла яратып ҡараны.

Унда барлығы 6 коллектив, 2 ғаилә һәм 49 йәш әкиәтсе сығыш яһаны. Жюри ағзалары тарафынан баһа балаларҙың йәше буйынса уларҙың әкиәтте тасуири һөйләүе, артислыҡ һәләте, тауышының көсө, кос­тюмдар һәм музыкаль яҡтан биҙәлеш буйынса билдәләнде.
Әйтергә кәрәк, балаларҙың барыһы ла ныҡ тырышты. Бәләкәстәрҙең төрлө халыҡ әкиәттәрен үҙ телебеҙҙә кинәнеп, матур итеп һөйләүе күңелдәргә май булып яғылды. Бигерәк тә 225-се балалар баҡсаһынан Асия Хөсәйенова хайран итте. Ысын әкиәтсе инде. Башҡорт халыҡ әкиәте «Зөһрә ҡыҙ»ҙы шул тиклем килештереп һөйләне һәм Гран-приға лайыҡ булды. Рә­фис Кәлимуллин (191-се балалар баҡсаһы), Ғайсар Ишеғолов (166-сы), Сафина Фәйзуллина һәм Айлита Йосоповалар ҙа (209-сы) һоҡландырҙы. Коллектив сығыштар ҙа матур булды. Урыҫ халыҡ әкиәте «Теремок» буйынса 234-се балалар баҡсаһының мәктәпкәсә әҙерлек төркөмө бик етди әҙерләнгәйне. Улар жюри тарафынан һәйбәт баһа алып, ярышта артабан көсөн һынаясаҡ.

209-сы балалар баҡсаһынан Сафина Хәйруллина менән Айлита Йосопова жюри ағзалары алдында һынау тота.

30-сы балалар баҡсаһы коллективы сығыш яһай.

Инде туғыҙынсы тапҡыр уҙғарылған был сараға быйыл үҙгәрештәр ҙә индерелгәйне. Ғаилә йылы уңайынан ғаилә менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Мәҫәлән, Йосоповтар баш­ҡорт халыҡ әкиәте «Гөлбикә»не әҙерләһә, Ибраһимовтар ғаиләһе «Айыу һәм бал ҡорттары» тигән әкиәтте күрһәтте.
Сығыш яһаусыларҙың һәр береһенә жюри ағзалары әкиәт китаптары бүләк итте. Уларҙы уҡып, бәләкәстәр тағы ла әллә күпме яңы әкиәттәр беләсәк.
Шулай итеп, һайлап алыу туры тамам. Ҡала кимәлендәге бәйгегә тағы ла кемдәр үттеме? 166-сы башҡорт балалар баҡ­саһынан Гөлназ Хызырова һәм украин халыҡ әкиәте «Башаҡ»­ты сәхнәләштергән төркөм, шулай уҡ 234-се балалар баҡсаһынан Ибра­һимовтар ғаиләһе. Бәләкәстәргә оло һынауҙар алдынан уңыштар теләйек.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code