Әйшә менән Сәйет уҡырға бара

Әйшә һәм Сәйет әсәһе, Ғаяз ағаһы менән.

Мәктәп тупһаһына тәүге тапҡыр аяҡ баҫыу – ғүмер миҙгеленең иң сағыу, иҫтәлекле ваҡиғаларының береһе. Тулҡынланып көтөп алынған көн күңелдә мәңгелеккә уйылып ҡала. Матур уҡыу формалары кейеп, аллы-гөллө гөлләмәләр тотоп уҡырға юлланыусы беренселәрҙең йөҙҙәрендә шатлыҡ, ҡыуаныс хистәре балҡый. Уларҙы өр-яңы мөхит ҡаршылай, синыфташтар менән танышыу, тәүге уҡытыусы менән осрашыу, әкиәт иленә килеп ингәндәй, ылыҡтыра. Кескәйҙәр белем тауының серле лә, мауыҡтырғыс та донъя булыуын, унда тырыштар, ҡыйыуҙар ғына менеүен тора-бара аңларҙар әле.Өфө ҡалаһында йәшәүсе игеҙәктәр Әйшә менән Сәйет Рамаҙановтар ҙа әле яңы ғына балалар баҡсаһына йөрөй ине, инде ҙур үҫеп тә еттеләр. Уҡыу­сы булыуҙары менән ғорурланып, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһына беренсе си­ныф­ҡа уҡырға барырға ашҡыналар. Уҡытыусылары Әлфиә Мөхәмәтулла ҡыҙы Урманшина менән таныштар инде, ул башлан­ғыс синыфта ағаларына ла белем биргәйне. Бер туғандар ижекләп уҡый, һанай беләләр инде. «Абакус» менталь арифметика үҙәгенә йөрөп, шул ысул менән эшләү, ҡушыу, алыу ғәмәлдәре сер­ҙәренә лә төшөнгәндәр.
Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, икеһенең дә ҡы­ҙыҡһыныуы, донъяға үҙ ҡарашы бар. Әйшә тирә-яҡтағы матурлыҡҡа иғтибар итмәй ҡалмай. Төшөргән һүрәттәрендә эскер­һеҙ, изге күңелле булыуы сағыла. Ҡулына ҡәләм алмаған көнө юҡтыр ул. Тирә-яғыбыҙҙы уратып алған кешеләр, йорттар, хайуандар, тәбиғәтте бигерәк оҫта һынландыра. Кем булырға теләүен һорағас, һис уйлап тормайынса, үҙен рәссам итеп күрергә хыялланыуын белдер­ҙе. Тормошто төрлө сағыу буяу­ҙар менән сағылдырған ҡыҙ алдағы көндәрҙә матур-матур картиналар ҙа тыуҙырмаҫ, ти­мә. Сәйет менән икәүләп үҙҙәренсә әкиәт уйлап сығарып, ҡур­саҡ театры ҡуйыу­ҙарынан сәнғәткә тартылыу­ҙары һиҙелә. Шул хәтлем ролгә инеп китәләр. Береһе принц­ты уйнаһа, икенсеһе принцесса була. Ағалары Ғаяз­ға ла йомшаҡ уйынсыҡ биреп, роль табалар.
Сәйет ҡағыҙҙан оригами яһар­ға ярата. Интернет селтәренән ҡарап, ҡумта, самолёт, караптарҙы оҫта итеп эшләп ҡуя. Лего төҙөргә әүәҫ. Бәлки, үҫкәс, инженер ҙа булып китер әле. Йәш умартасыларҙың республика конкурсын ҡарарға бар­ғас, үҙе кеүек ҡыҙҙар, малайҙарҙы күреп, бал ҡорттары тураһында күберәк белеү теләге лә уянған. Малайҙың 2 йәшенән генә нәҫел-нәсәбе, тарих менән ҡыҙыҡһына башлауы ла хайран ҡалдыра. Атай-әсәйҙәренән һөйләтеп бер була.
– Әйшә менән Сәйет бер-береһен бик яҡшы тоя. Береһе күңелһеҙләнеп, кәйефһеҙләнеп торһа, икенсеһе уның эргәһенән китмәй. Ҡайҙа ғына барһалар ҙа, гел бер-береһенә терәк-таяныстар. Кемдер берәүһен рәнйетһә, икенсеһе уны яҡларға әҙер. Әйшә, ҡыҙ бала булараҡ, Сәйет тешеңде йыу­ҙыңмы, өшөп ҡуйма, йылы кейен, тип хәстәрләй. Бер саҡ ул сәсен ҡырҡтырырға уйлағайны, Сәйет ҡаршы төштө. Ҡыҙ кешенең сәсе оҙон булыр­ға тейеш, матур ҙа күренә, тине. Икеһе лә йорт хайуандарын бик ярата. Баҡсаға бар­һаң, бөжәктәр менән уйнап бер булалар. Бысраҡ кеҫәрткене тотмағыҙ, тигәйнек. Ҡараһаҡ, уны йыуып килтергәндәр. Күҙ теймәһен инде үҙҙәренә! Ипле, тәүфиҡлы ғына булып үҫеп киләләр, – ти атай-әсәйҙәре Луиза һәм Альберт Рамаҙановтар.
Матур балалар үҫә улар ғаиләһендә. Яҡындарығыҙҙы һөйөндөрөп, көндәлегегеҙҙе гел «бишле»ләр генә биҙәһен, аҡ юл һеҙгә!

Гөлназ ШӘЙХЕТДИНОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code