Әйҙә сығайыҡ, саңғы шыуайыҡ!

Беҙҙең саңғысылар.

Сибай интернат-гимназияһының саңғысылары өсөн быйылғы ҡыш уңышлы ғына уҙҙы. Ҡала кимәлендә беренселекте яулағас, уларға Межгорьела үтәсәк ярышта ҡатнашыу мөмкинлеге бирелде. Бында ла һынатманылар – пьедесталдың III баҫҡысына күтәрелделәр.

Ҡыш бауыры оҙон, тиҙәр. Бигерәк тә Урал аръяғы райондарында ноябрь баштарында уҡ ҡар яуа ла март аҙаҡтарына тиклем ята. Ә был иһә саңғысылар өсөн бик ҡулай. Әле лә яҙ һулышы тойолоуға ҡарамаҫтан, уҡыу­сылар буш ваҡыттарында саңғыла елеүҙе хуп күрә.
– Бының фай­ҙаһы ҙур, – ти физкультура уҡытыу­сыһы Хөрмәт Таһиров. – Спорттың был тө­рө менән шөғөлләнеүселәр­ҙең кәүҙәһе һәр саҡ формала була. Шулай уҡ саңғы шыуыу – тын юлдары өсөн дә фай­ҙалы. Аяҡ һәм ҡулдар ҙа көслө була.
Интернат-гимназияла бөтәһе ике тиҫтәнән ашыу уҡыусы саң­ғы менән теләп шөғөлләнә. Уның базаһы ла йылдан-йыл яңы кәрәк-яраҡтар менән тулыланып тора.
Елдәй етеҙ елгән спортсылар менән әңгәмәләшеп тә алдыҡ.
Игеҙәктәр Динир менән Данир Ишкилдиндәр:
– I синыфта уҡығанда саңғыға баҫҡайныҡ. Хәҙер оҫтарҙыҡ инде. Ғаиләбеҙ менән спорт яратабыҙ. Атайыбыҙ еңел атлетика, бокс менән шөғөлләнә. Әсәйебеҙ – саңғысы. Яңыраҡ бер ярышта III урын яулағайны. Ҡус­тыбыҙ Камал да ҡалышмай.
Линара Ҡолмөхәмәтова, VII синыф уҡыусыһы:
– Белем усағыбыҙҙа күп түңәрәктәр эшләй. Мин саңғынан тыш, бейеү, ҡурай, туризм түңәрәктәренә йөрөйөм. Былтыр ғы­на шөғөлләнә башлаһам да, яңыраҡ призлы урын яу­лау­ға өлгәштем.
Саңғысыларҙан төбәк-ара ярыш хаҡында ла һорашам.
– Беҙ, башлыса, тигеҙ ерҙә йөрөп өйрәнгәнгәме, таулы урында ауырыраҡ булды. Әммә юғалып ҡалманыҡ, бар көсөбөҙҙө һалып, алға ынтылдыҡ, – тип яуап бирҙе улар бер тауыштан.
Малай-ҡыҙҙарға: «Афарин!» – тип әйтергә генә ҡала. Шулай булмай, спорт кешелә ихтыяр көсө, ныҡышмалылыҡ һәм ҡыйыулыҡ тәрбиәләй икән, тимәк, үҫеп килеүсе быуында өмөт бар!

Гүзәлиә ВАХИТОВА, «Ҡаурый ҡәләм»  түңәрәге ағзаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code