Әбештә үткән көнөм

Берҙән-бер көндө ғаиләбеҙ менән Әбешкә ҡунаҡҡа барҙыҡ. Ауылда рәхәт. Туйғансы йоҡлай алаһың. Иртән торғас, рәхәтләнеп ялан аяҡ ысыҡ кисеү оҡшап ҡалды әле.
Ә бер көндө күмәкләшеп еләккә киттек. Емештең күплеге! Беҙ туйғансы һыйландыҡ, атай мәтрүшкә йыйҙы. Иртәгеһенә Парапалға ҡайын еләгенә барҙыҡ. Тәбиғәттең матурлығы иҫ китмәле! Күп итеп еләк йый­ҙыҡ. Көн һайын урманға йөрөнөк, ҡышҡылыҡҡа запас тупланыҡ.

Һыу инергә лә барҙыҡ. Ҡомда ҡыҙындыҡ. Мин йылғаға төшөп торманым, ни өсөн тигәндә, һыу барыбер һалҡын ине. Кис еткәс, ҡаҙ, тауыҡтарыбыҙҙы йыйҙыҡ. Улар­ҙы ла үҙебеҙ менән бергә алғайныҡ. Кискә табан ғына ҡайтыр юлға сыҡтыҡ. Ай һәр саҡ алдан юл күрһәтеп барҙы, ә йондоҙҙар машинала мин ултырған тәҙрә эргәһендә генә һымаҡ. Күңелле йәйем минең, һинең менән ныҡ рәхәт!

Алтынай АҠМАНОВА, 6 йәш.
Сибай ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code