Ә һин дөрөҫ туҡланаһыңмы?

Элек беҙҙең олатай-өләсәйҙәребеҙ тәбиғи ризыҡтар менән генә туҡланған. Шуға ла улар һау-сәләмәт булған, дарыуҙар ҙа ашамаған, шулай бит? Ә хәҙер аҙым һайын магазин, барыһында ла зыянлы ризыҡтар тулып ята. Әммә күп балалар «Сникерс», чупа-чупс, чипсы, гамбургер кеүек ризыҡтарҙан баш тарта. Сөнки бөтә донъяла шулар арҡаһында һимереүҙән, төрлө ауырыуҙарҙан интеккән балалар күп икәнен белеп торалар бит.

Ә бына Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияла йыл да сәләмәт туҡланыуға арналған саралар уҙа. Яңыраҡ III «Б» синыфында «Өйҙә һәм мәктәптә дөрөҫ туҡланыу» тигән асыҡ дәрес булды. Уҡыусылар файҙалы һәм зарарлы ризыҡтар тураһында фекер алышты. Ике командаға бүленеп ярыштылар ҙа. Өҫтәлдәге стакандарға һалынған биш төрлө ярманың исемдәрен әйтеү, бирелгән йәшелсәләрҙән матур итеп салаттар эшләү бик ҡыҙыҡ ине кескәйҙәргә. Викторина һорауҙары иһә күберәк этикетҡа бәйле булды. Мәҫәлән, икмәк телемен нисек ашарға? Күптәребеҙ уны ҙур килеш тотоп, ҡайырып тешләп тороп ҡаба, эйе бит, ә дөрөҫө – бүлеп алып ашау. Сәйгә шәкәрҙе бутағас, ҡалаҡты сынаяҡ аҫтына алып һалырға ла онотабыҙ.
Өсөнсөләргә был көн бик оҡшаны. Һаулыҡ беҙҙең дөрөҫ туҡланыуға ла ныҡ бәйләнгән. Балаларҙың ошоно аңлауы һәм файҙалы ризыҡтар: бутҡа, йәшелсә, емеш-еләк, аш яратыуы бик һәйбәт. Уҡыусыларҙың рационында ит, балыҡ, эремсек, сәтләүектәр ҙә булырға тейеш. Ә углеводты тиҙ үҙләштерелә торған тәм-томдан түгел, икмәк, сифатлы макарон кеүек ризыҡтарҙан алырға кәрәк, шулай бит?

Э. РӘШИТОВА.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code