Әҙәбиәт мәктәбе асыла

Һөйөнсө, республикабыҙҙың Яҙыу­сылар союзы «Йәншишмә» һәм баш­ҡа башҡорт баҫмалары менән берлектә «Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбе» проектын тормош­ҡа ашыра башланы. Ул Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты ярҙамы менән башҡарыла һәм сентябрь айының аҙағына тиклем дауам итәсәк.

Был проектта үҙ көсөн әҙәбиәттә һынап ҡарарға теләгән 14 йәштән 25 йәшкә тиклемге һәр кем ҡатнаша ала. Бер ниндәй ҙә сикләүҙәр юҡ. Бының өсөн бары «Бәйләнештә» селтәрендәге «Башҡортостан әҙәбиәте» төркөмөндәге (https://vk/ com/rbgodliteratura) ғаризаны тултырып, litshkola@ mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ союздың почтаһына ла һалырға була. Әлбиттә, үҙ ижад өлгөгөҙҙө ебәреү мөһим. Ҡатнашыу­сыларҙың башҡорт, урыҫ һәм татар телдәрендәге ҡулъяҙмалары республикабыҙҙың билдәле әҙиптәре тарафынан тикшереләсәк һәм баһаланасаҡ, уларға тейешле баһа һәм кәңәштәр биреләсәк. Шулай уҡ проект барышында йәш ижадсылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, семинар­ҙар, төрлө осрашыуҙар ҙа үткәреү ҡаралған. Һәр кем бында үҙен ҡы­ҙыҡһындыр­ған һәм борсоған һорау­ҙарға яуап табасаҡ һәм артабан дәртләнеп ижад итеүгә этәргес аласаҡ.
Көсөн һынаусылар араһынан 30 иң өмөтлө йәш ижадсы был проекттың еңеүсеһе итеп билдәләнәсәк. Улар өсөн баш ҡалабыҙ Өфөлә бүләкләү тантанаһы үтәсәк, шулай уҡ музей һәм театрҙарға сәйәхәт, халыҡ шағирҙары менән осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Был йәштәр Башҡорт­остан Яҙыусылар союзының йәштәр бүлеге исемлегенә индереләсәк һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Мәҫәлән, былтыр Ҡырымға һәм Төркиәгә сәйәхәт ойошторолдо һәм республикабыҙҙан бер төркөм йәш ҡәләмдәштәребеҙгә унда барып ҡайтыу бәхете тәтене.
Әйткәндәй, еңеүселәрҙең ижады тупланған айырым йыйынтыҡ сығарыу ҙа күҙ уңында тотола. Ҡулъяҙмалары юғары кимәлдә тип табыл­ғандарҙың ижад емештәре Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтенең «Йәштәр тауышы» серияһында баҫылыуға тәҡдим ителәсәк. Шуға ла әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһынған, ҡәләм тибрәтеп ҡараған һәр йәш кешене ошо проектта үҙ көсөн һынап ҡарарға саҡырабыҙ. Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булайыҡ, дуҫтар!

Рәшит ЗӘЙНУЛЛИН.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code