Һыуыр

Күргәнегеҙ бармылыр,
Ниндәй икән ул һыуыр?
Ашағаны – йәш үлән,
Ауламай бөжәк-фәлән.

Күргәнегеҙ бармылыр,
Ниндәй икән ул һыуыр?
Үрә баҫып бик оҙаҡ
Ҡарап тора, ти, ҡыҙыҡ!

Күргәнегеҙ бармылыр,
Ниндәй икән ул һыуыр?
Ҡышын йоҡлай өңөндә,
Һоро туны иңендә.

Гөлнур ЯҠУПОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code