Һынауҙарҙы уңышлы үттеләр

Бына аттестат алыр көн дә етте. Үҙем синыф етәксеһе булған туғыҙынсылар менән имтихандарға нисек әҙерләнеүҙәре, тапшырыуҙары тураһында һөйләшеп алдым.

– Һәр фәндән аҙна һайын консультация булды, уҡытыусыларыбыҙ йыл буйына беҙҙең менән шөғөлләнде, – ти Ирина Ғабдуллина.
– Ҡала уҡыусыларынан айырмалы рәүештә, беҙҙә консультациялар бушҡа уҙғарылды. Беребеҙ ҙә репетиторға йөрөмәне, – тип өҫтәне Рәмилә Сәғүтдинова.
– Хәҙер репетиторға аҡса түгәһе түгел. Компьютерҙы асаһың да тейешле сайтты табаһың. Миңә «Сдам ГИА», «ФИПИ», «По уши в ОГЭ» сайттары оҡшаны, – ти Света Шакирова.
— Мин дә интернеттың файҙаһын күр­ҙем, – тип өҫтәй Эльвина Биктимерова. Ә Рәмил Фәрхетдинов йыйынтыҡтар һа­тып алып, ундағы бөтә эштәрҙе үтәгән.
– Имтиханға ниндәй кисерештәр менән барҙығыҙ? – тигән һорауға Алишер Бебутов былай тип яуап бирҙе:
– Аллаға табындым. Таңғы 5-тә уяндым. Имтихан бирергә 8-се мәктәпкә барҙыҡ. Бисмилламды әйтеп, 13-се бүлмәгә барып индем. Бындай уңышлы һанды күргәс, йөрәк «жыу» итте инде. Шулай ҙа ҡойолоп төшмәнем, варианттың үҙем эшләп ҡарағаны эләккәс, тынысландым.
– Ныҡ тулҡынландым, һынау биреү бүлмәһе янында торғанда аяҡтарым мамыҡ кеүек ине, – ти Ирина.
– Мин иһә тыныс булдым. Белемемә, үҙ көсөмә ышандым, – ти Света.
Тимур Ғәлимов:
– Тикшереүҙәр ишектән ингәндә үк башланды. Тәүҙә металл эҙләгес менән полиция хеҙмәткәрҙәре ҡарап үткәрҙе, шунан ике ойоштороусы «һаҡта торҙо». Ҡыҫҡаһы, шпаргалка менән дә, телефон менән дә ҡулланырлыҡ түгел ине.
– 9 йыл буйы туплаған белемебеҙгә таянып тапшырып сыҡтыҡ, – ти Айҙар Шарапов.
Бына шундай хәлдәр беҙҙә. Иң мөһиме, уҡыусыларым һөҙөмтәләренән ҡәнәғәт. Уларҙың артабан дөрөҫ юл һайлауҙарын теләйем, үҙҙәрен X синыфҡа көтөп ҡалам.

Ләлә АБЗАЛОВА, уҡытыусы.
Туймазы районы, Бишҡурай ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code