Һынамыштар, юрамыштар

  • Бесәй моронон ҡаплап ятһа – һыуыҡҡа.
  • Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа, йылы көндәр килеүен көт.
  • Эт ҡарҙа аунаһа, буран сығыр.
  • Ҡарға ҡарҡылдаһа, ҡар яуа.

  • Ҡояш ҡолаҡланһа (эргәһендә дүңгәләк булһа), көн һалҡыная.
  • Ике ҡатлы тәҙрәләр парланһа, һалҡын булыр.
  • Ҡыш йондоҙ баҙыҡ янһа – һыуыҡҡа, тоноҡ янһа – йылыға.
  • Ат ҡарға ятһа, йылыға тарта.
  • Эт моронон ҡуйынына тығып ятһа, ҡар яуа.
  • Ҡыш ҡар күп һәм ҡалын булһа, йәй иген уңыр.
  • Ҡыш томан булһа, йәй йүкәнең балы күп булыр.
  • Тау баштарында ҡар күп булһа, еләк уңыр.
  • Ҡыш көнө боҙ өҫтөнә һыу сыҡһа, ашлыҡ күп булыр.
  • Ун бишенсе февралдә көн йылы булһа, яҙ һәйбәт килер.
  • Төтөн тура сыҡһа – һыуыҡҡа.
  • Ҡаҙ суҡышын шыҡылдатһа – һыуыҡҡа.
  • Йондоҙҙар йыш күренһә, аяҙ булыр.
  • Әгәр ҡар ваҡ ҡына бөртөк менән һирәк кенә төшкөләһә, бик оҙаҡ һыуыҡ булыр.
  • Күктәге йондоҙҙар асыҡ күренһә – көн яҡшырыр, тоноҡ күренһә – ҡар яуыр.
  • Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, ағас емештәре уңыр, бал күп булыр.
  • Ҡыш ҡар күп яуһа, йәй ямғырлы килер.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code