Һуңланың

Һуңға ҡалғас ҡына аңлай кеше
Ҡул һуҙымы булған бәхетен.
Ҡыуып тотам, тиеп, эй, йүгерә,
Тешләр сиккә етеп терһәген.

Һуңға ҡалғас,
Ишек ябылғас,
Ни мәғәнә хәҙер шаҡыуҙан?!
Түҙемлектең сиге була икән –
Ялҡалар гел көтөп арыуҙан.

Һуңға ҡалғас,
Һөйөү һүҙҙәреңде
Ҡысҡырһаң да, һүнгән өмөттәр.
Яңғыҙ үткән көндәр таралалар,
Сәселгәндәй мәрйен бөртөктәр.

Ашығығыҙ яҡын кешегеҙгә
Асып өлгөрөргә уйҙағын –
Әйтмәһендәр өсөн яуап итеп:
«Ғәфү итсе, йәнем, һуңланың».

Лилиә ҠАҺАРМАНОВА, БДУ студенткаһы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code