Һуғыш йылъяҙмасыһы

Башҡортостан Республикаһының Милли архивында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, Яҙыу­сылар союзы ағзаһы, фронтта нәшер ителгән «Ҡыҙыл атлылар» гәзите хеҙмәткәре Әхтәм Сөләймән улы Ихсановтың шәхси фонды һаҡлана. Ул 1908 йылдың 24 декабрендә хәҙерге Күгәрсен районының Аҡман-Ибрай ауылында тыуып үҫә. 1929 йылдан «Башҡортостан йәштәре», «Коммуна», «Баҫыу ударнигы» һәм «Удар төҙөлөш» гәзиттәре редакцияларында эшләй. 1933 – 1937 йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенең мәҙәниәт бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1941 йылда Әхтәм Сөләймән улын «Ленинсы» гәзите мөхәррире урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр. 1942 йылда үҙе теләп фронтҡа китә – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт итергә насип була уға. «Ҡыҙыл атлылар» гәзите мөхәррире урынбаҫары булараҡ, уға яугирҙар менән бергә алғы һыҙыҡта йыш булырға тура килә. Ҡуш йөрәкле яҡташтары тураһында гәзиткә мәҡәләләр яҙа, дивизияның хәрби юлын, аяуһыҙ алыштарын аҡ ҡағыҙға теркәп бара.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғас, яугир-яҙыусы Башҡортостан радиоһында һәм «Башҡортостан ауыл хужалығы» журналы редакцияһында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә. Даны бар илгә таралған дивизия тураһында китаптар сығара. Ике китаптан торған «Саҡма тояҡ аттарҙа» документаль повесы – Әхтәм Ихсановтың иң билдәле әҫәрҙәренең береһе. Бынан тыш, яҙыусы-журналист оҙаҡ йылдар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Советтар Союзы Геройҙары тураһында бай документтар туплай. Уның «Генерал Шайморатов» пьесаһын Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры һәм башҡа театрҙар сәхнәләштерә.
Ғөмүмән, Әхтәм Ихсанов – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының йылъяҙмаһын алып барып, ике тиҫтә самаһы китап сығарыуға өлгәшкән тынғыһыҙ журналист, һәләтле әҙип. Уның шәхси архивында һаҡланған бихисап документтар араһынан утлы яу эсендә яҙылған бер мәҡәләһен, тел-стиль үҙенсәлектәрен әллә ни үҙгәртмәйенсә гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәм.

Нияз СӘЛИМОВ.

Башҡорт панфиловсылары

Йылға. Ҡаршыла бейек ҡалҡыулыҡ. Ул тирә-яҡтағы бөтә урынды күҙәтеү һәм ут аҫтында тотоу өсөн бик уңайлы – ус өҫтө кеүек. Дошман шунда, махсус командалар тарафынан айҙар буйына нығытылған рубежда, ята.

Группа хәрби задание алды:
– Дошманды ҡалҡыу­лыҡтан ҡыуып сығарырға һәм шунда нығынырға!
Лейтенант иптәш Атаев Аннаки боецтарын йыйҙы, бурысты аңғартты һәм:
– Ҡыйыу хәрәкәт итегеҙ, еңеү беҙҙә булыр! – тип өҫтәне.
Иң алда командир бар­ҙы, өҙлөкһөҙ ут аҫтында тотолған кисеү аша группаны юғалтыуһыҙ алып сыҡты.
– Тауға һаҡлыҡ менән күтәрелегеҙ, – тине ул һәм нисек үрләүҙең юлдарын күрһәтте.
Улар ҡатмарлы блиндаждарҙа, дзоттарҙа, шахталарҙа ултырған фрицтар янына килеп баҫты.
Лейтенант ҡолаҡтан ҡолаҡҡа бойороҡ бирҙе:
– Группа, залп, пли!
Винтовкалар, автоматтар пулялар яуҙырҙы. Көтөлмәгән «күстәнәстәр»ҙән немецтар аптырап ҡалды.
– Гранаталар! – тип ҡыс­ҡырҙы иптәш Атаев һәм үҙе беренсе булып блиндажға граната ырғытты.
Дошман ҡалтыранды һәм өңөнән ҡуҙғалды. Группа утты тағы ла көсәйтте һәм ҡыҫымды унлата арттырҙы. Боецтар арыҫлан кеүек алға ынтылды, сигенеүсе һәр бер фрицты мушкаға алды.
Ҡалҡыулыҡ ҡыйыуҙар ҡулына күсте.
Ләкин дошман тыныс­ланманы, юғалған рубежды ҡайтарыу өсөн көслө артиллерия әҙерлеге башланы. Ул оҙаҡ дауам итте. Һуңынан 4 бронемашина ярҙамында 150 фриц һөжүмгә ташланды.
Батырҙар ҡоторонған һөжүмде тыныс һәм бер­ҙәм ҡаршыланы. Ул дүрт тапҡыр ҡабатланды, барыһы ла кире ҡағылды. Дошман бер рота һалдатын юғалтып, артҡа тәгәрәне. Бишенсе һөжүм башланды, был юлы ике рота немец һалдаты килде. Ҡыйыуҙар һуғышты дауам итте, артҡа әйләнеп ҡараусы ла булманы.
Ҡаты һуғышлы көн үтте. Иптәш Атаев боецтарын барланы, улар менән атай­ҙарса һөйләште.
– Барыбер дошманды үткәрмәйбеҙ, ҡоралдаштарыбыҙ өсөн үс алырбыҙ, – тине ул.
Иртән тағы ла һөжүм башланды. Дошман 50 автоматсы һәм 4 танк ебәр­ҙе.
– Егеттәр, Урал ҡаяһындай ныҡлы булығыҙ! – тип ҡысҡырҙы командир.
Көрәш ҡыҙып китте. Боецтар дошманды дауыллы ут менән ҡаршыланы. Һуғыш ҡырында 30 мәйет ҡалдырып, фашистар тағы ла сигенде.
Дошман һан яғынан етенсе һөжүмгә тотондо. Ул 10 танк һәм батальонға яҡын пехота ташланы.
– Сталин өсөн! Тыуған ил өсөн! Үлербеҙ, ләкин ҡалҡыулыҡты бирмәбеҙ! – тип ҡысҡырҙы Атаев.
Тарихта тиңе булмаған көрәш башланды. Дошман 150-гә яҡын һалдатын һәм өс танкыһын юғалтты. Совет һалдаттары аяуһыҙ һуғышты. Һуңғы патронға тиклем гитлерсыларға аттылар. Яралылар ҙа ҡулдарынан ҡоралдарын төшөрмәне. Ҡандарын ағы­ҙып, тештәрен ныҡ ҡыҫып һуғыша бирҙеләр.
Улар 30 кеше ине. 30 совет һуғышсыһы! Ватандың бөйөк патриоттары, баш­ҡорт дивизияһының ышаныслы улдары үҙ рубеждарынан аҙым да сигенмәне һәм ҡалҡыулыҡты дошманға бирмәне.
Бына батырҙарҙың исемдәре: Атаев Аннаки, Шевченко Николай, Инабилов Байрам, Саҙретдинов Әнүәр, Багаев Душан, Бәширов Фазылйән, Илһамов Шура (?), Юлдашев Ибрай, Байморатов Ҡәйүм, Шарапов Алексей, Ишкабилов Байрам, Зидев Сафар, Нәғимов, Титов Яков, Олейник Михаил, Мягких Пётр, Астаев Павел, Пайжаков (?), Юлаев, Болдышев, Турганов, Кәримов, Абдрахманов, Хәлиев, Ағибаев, Хөсәйенов, Азимов, Плотников, Хәсәнов, Ҡасимов.
Беҙҙең 30 боецтың ҡыйыулығы – 28 герой-панфиловсының онотолмаҫ батырлығының ҡабатланыуы ғына. Һәм беҙ маҡтаулылар алдында ғорур рәүештә уларға «Баш­ҡорт панфиловсылары» тип әйтәбеҙ.
Ҡурҡыу белмәүсе воиндарҙың исеме быуаттар буйына йәшәр. Беҙ Совет Ватанын һөйгән һәм уның өсөн аяуһыҙ көрәшкән ябай 30 батырҙы мәңге онотмабыҙ. Беҙ улар ҡаршында киләсәк һуғыштар­ҙа тағы ла нығыраҡ энергия менән һуғышырға, дошманды тар-мар итергә, ҡан өсөн ҡан, үлем өсөн үлем менән яуап бирергә һүҙ бирәбеҙ.

(«Ҡыҙыл атлылар» гәзите,
1943 йыл, 26 ғинуар, № 115).

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code