Һоро айыуҙар ҡурсалауға алына

Федераль именлек хеҙмәте һоро айыуҙарҙы ҡурсалауға ала. Сит илдәрҙә уларға ихтыяж ҙур, шуға талаптарҙы ҡәтғиләштерергә кәрәк, ти эксперттар. Енәйәт кодексына ярашлы, законһыҙ сауҙа итеүселәр иң күбе 12 йылға төрмәгә ябыла, бынан тыш, 1 миллион һумғаса штраф һалына. Рәсәй Генераль прокуратураһы мәғлүмәттәре буйынса, һуңғы ике йыл эсендә генә илдә һоро айыуҙар һаны 36 процентҡа кәмегән, 2015 йылда 225 мең кейек теркәлһә, 2017 йыл аҙағында 143 мең айыу иҫәпләнгән.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code