Һоҡландырмай кемдәрҙе!

Тыуған илем матурлығы
Һоҡландырмай ул кемде?!
Швейцарияға тиңләйҙәр
Ғәзиз тыуған еремде.

Ниндәй генә ағасы юҡ,
Ниндәй генә ҡыуағы!
Бар донъяны урап ҡайтты
Башҡортомдоң ҡурайы.

Думбыраһын сиртә сәсән,
Ҡобайыр һуҙа көйләп.
Ҡыҙҙар ҡумыҙҙа уйнайҙар,
Тирә-яҡҡа моң өҫтәп.

«Ете ҡыҙ» төшә бейергә,
«Заһиҙә» сыға унан.
«Бөрйәндең егеттәре» лә
Ҡалышмай шул ҡыҙҙарҙан.

«Сыңрау торна»ның көйө лә
Тарала далаларға.
Ата-бабам риүәйәтен
Еткерә балаларға.

Туған халҡым, ғәзиз халҡым,
Һаҡлай рухи байлыҡты.
Оноторға мөмкинме һуң
Халҡым тыуҙырған ҡотто?!

Әҙилә ШӘЙБӘКОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Дүртөйлө ҡалаһы, Назар Нәжми исемендәге башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code