Һинең фликерың бармы?

Уҡыуҙар башланыу менән Өфө ҡалаһы хакимиәтенең йәмәғәт тәртибен һаҡлаусылары баш ҡалабыҙ мәктәптәренә юлланды. Балиғ булмағандар менән шөғөлләнеүсе инс­пекторҙар төрлө уҡыу йорттарында балаларҙы яҡлау, уларҙың хоҡуҡи белемдәрен арттырыу темаһына лекциялар, уйындар, викториналар үткәрә, комендант сәғәтенең ваҡыты үҙгәреүе хаҡында иҫкәртә. Бындай аралашыу бик файҙалы: һәр кем үҙенең тәртибенә, тәрбиәһенә, белем кимәленә байҡау яһай. Ҡанунды белмәү яуаплылыҡтан ҡотҡармай, тигәндең ысынбарлыҡҡа тап килеүенә инана улар.

Башҡортостаныбыҙҙа балаларҙы юл фажиғәләренән иҫкәртеү мөһимлеген бер ҙә онотмайҙар. Яңыраҡ «Яҡтыртыл!» тигән сара үтте. Дуҫтарым, бына күҙ алдына килтерегеҙ әле. Һеҙгә мәктәптә йәки башҡа берәй урында тот­ҡарланырға тура килде. Тышта ҡараңғы. Шул саҡта юл ситенән шәп-шәп атлап барған буйға ҙур булмаған кешене водитель шәйләйме? Күп осраҡта бик һуң ғына абайлап ҡала. Машинаның тап алдында. Хатта балалар бер нисәү бул­ғанда ла, уларҙы күреү мөмкин түгел. Әгәр ҙә өҫ кейемендә, портфелендә фликер булһа? Юл ситендә ниндәйҙер яҡтылыҡ елпелдәүе руль артында барған кешенең иғтибарын, һис шикһеҙ, йәлеп итәсәк. Водитель шунда уҡ машинаһының тиҙлеген кәметә, уны туҡтатып өлгөрә.
Мин үҙем дә бер нисә мәктәптә балалар менән осраштым. Үкенескә ҡаршы, ҡайһы берәүҙәрҙең һаман да фликерҙары юҡ. Һөйләшеүҙән һуң юлда балалар ҡазаланған ҡот осҡос мәғлүмәтте лә еткергәс, улар һаҡ булырға кәрәклеген аңланы, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәр саҡ үтәргә һүҙ бирҙе.

Әлмира ИСХАҠОВА, Орджоникидзе районының йәмәғәт хәүефһеҙлеге ойошмаһы инспекторы.
Өфө ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code