Һаулыҡ көнө

Һәр кем үҙенең һаулығын һаҡларға һәм ҡәҙерләргә тейеш. Сөнки ул – Хоҙай тарафынан би­рел­гән иң ҙур байлыҡ. Өлкәндәр ҙә, сәләмәтлегең бар икән, бөтәһе лә була, ти бит.

Беҙҙең Өмөтбай мәктәбендә Һаулыҡ көнөнә арналған күңелле турслёт үтте. Ә унда спорт һәләтлеге генә түгел, зирәклек, сослоҡ, аҡыл да, белем дә кә­рәк ине. Шулай көҙгө матур бер көн­дә тәбиғәт ҡосағында бөтә мәктәп уҡыу­сыларын дүрт командаға бүлгәс, ысын мәғәнәһендә ҡыҙыу ярыш башлан­ды. Беҙгә карта төшөрөлгән ҡағыҙ тап­шырылды. Иң беренсе эш – маршрут­ты дөрөҫ билдәләп, Гүзәлиә Әсләм ҡыҙын табып, уның ҡушыуы буйынса тиҙ генә иң күп дарыу үләндәре исемлеген яҙыу кәрәк ине. Быны баш­ҡарғас, аҙымлап һанап Альбина Вәкил ҡыҙы янына килдек. Унда беҙ «һаҙлыҡ»тан батмай ғына үттек. Бәләкәй синыфтыҡылар ситкә баҫҡан өсөн штраф ваҡыты бирелде. Артабан йүнәлеште билдәләп, Шәү­рә Ғөзәйер ҡыҙы янына килдек. Ул билдәле яҡташтарыбыҙҙың исемдә­ре яҙыл­ған ҡағыҙ бирҙе. Беҙҙең бурыс уларҙың кем икәнен әйтеү ине. Төрлө урында эшләгән яҡташтарыбыҙҙың ҡайһы­ бер­ҙәрен белмәгән өсөн оят булды.
Гөлсинә Рәйес ҡыҙын эҙләп тапҡас, ике шырпы ярҙамында бәйле торған еп­те өҙҙөк. Иң ауыры Дилә Ислам ҡыҙы янында тәүге ярҙам күрһәтеү бул­ғандыр. Был эш тә шулай уҡ ваҡыт­ҡа башҡарыл­ды. Ҡыҙҙар табип оҫталығын күр­һәт­кәнсе, егеттәр носилка эшләне. Һуңғы һынау бөтә команда менән канат буйлап үтеү ине. Бында ла һәр яңылышлыҡ өсөн Азамат Фәнил улы өҫтәмә штраф ваҡыты – 30 секунд яҙып ҡуйҙы.
Бына финишҡа килеп еттек. Бөтә командалар ҙа йыйылып бөткәс, Рәзилә Таштимер ҡыҙы һәм Миләүшә Сәрүәр ҡыҙы ҡайнатҡан сәй, Рәмилә Таштимер ҡыҙы бешергән тәмле бутҡа менән һыйланыр өсөн табынға йыйылдыҡ.
Был көнөбөҙ бик күңелле һәм ҡыҙыҡлы үтте. Күп яңы нәмәләр белдек. Команда капитаны булған егеттәр, юғары синыф ҡыҙҙары үҙҙәренә яуаплылыҡ алып, ярышты матур итеп ойоштороп йөрөнө. Уларға һәм уҡытыусыларыма ҙур рәхмәт!

Азалиә КАМАЛОВА.
Баймаҡ районы, Өмөтбай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code