Һаулығың – байлығың!

Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда ил халҡын сифатлы медицина ярҙамы менән тәьмин итеү бурысын ҡуйғайны. «100-ҙән алып 2000-гә тиклем кеше йәшәгән тораҡ пункттарҙа 2018 – 2020 йылдар дауамында фельдшер-акушерлыҡ пункт­тары һәм табип амбулаториялары асылырға тейеш. Ә 100 кешенән кәмерәк кеше йәшәгән тораҡ пункттар өсөн тейешле диагностика ҡорамалы менән йыһазландырыл­ған күсмә медицина комплекстары, бөтә ерҙән дә үтә алған автомобилдәр булыуы мотлаҡ», – тигәйне.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, алдағы йылдарҙа төбәктә бер нисә йөҙ модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү күҙаллана. Тиҙҙән Киров районындағы Чесноковка ҡасабаһында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөлә. Бының өсөн ер участкаһы билдәләнгән дә инде.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code