Һау бул, башланғыс мәктәп!

Дүртенселәр.

Малаяҙ башҡорт гимназияһында IV cиныф уҡыу­сыларының сығарылыш кисәһе үтте. Балаларҙың байрамын ҡарарға уҡытыусы­лар, атай-әсәйҙәр, өләсәй-ола­тайҙары, туғандары ла килгәйне.

Кисә Гөлнара Ғәлимова әҙерләгән видео-фотослайд менән башланып китте. Башланғыс синыфтарҙың сығарылыш уҡыусылары тасуири итеп шиғырҙар һөйләп, дәртле йырлап, бейеп, үҙҙәренең байрамын биҙәне, һәләттәрен күрһәтте. Артабан уларҙы ихлас тәбрикләп, гимназия директорының башланғыс синыфтар буйынса урынбаҫары Ирина Сафина дүртенселәрҙең уҡыуҙа, олимпиадаларҙа, спортта, мәҙәниәттә өлгәшелгән уңыштарын һанап үтте. Балаларҙың беренсе уҡытыусыһы Лиана Вил ҡыҙы Мөхәррәмова ла килгәйне. Ул уҡыусылар­ға, ата-әсәләргә рәхмәт һүҙ­ҙәре әйтеп, уңыштар теләне.
Тантаналы байрам вальс бейеүе менән тамамлан­ды.

Лилиә РАМАҘАНОВА.
Салауат районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code