Һарыҡай себеш, түгелгән еләк һәм бер биҙрә тубырсыҡ

Баш ҡатырғыс яҙма эштәрҙән ҡотолғанға ҡыуанып бөтә алмай йөрөгән саҡ. Рәхәтләнеп йоҡо туйҙырабыҙ, уйнайбыҙ.
Бер көндө ашап алғас, ҡустым менән урамға сыҡтыҡ. Нимә эшләргә белмәй йөрөнөк-йөрөнөк тә юл аша ғына йәшәгән өләсәйгә йүнәлдек. Барып инһәк, ихатала һарыҡай ғына себештәр йүгереп йөрөй. Үҙҙәре күп. Йомшаҡ ҡыналарҙыр инде, тип ҡустым менән текләп торабыҙ. Көн һалҡынса булғас, өләсәй уларҙы утлыҡтағы ояһына бикләргә ҡыуалай башланы.

Аңғармай ҙа ҡалдыҡ, бер себеште ҡустым эләктереп тә алды, ә һиҙгер ҡурҡылдаҡ тауыҡ пырх итеп уға ташланды. Ҡурҡышынан ҡулын өҫкә күтәреп, усына себеште ҡыҫҡан ҡус­тым ни тиергә лә белмәй ҡатып ҡалған. Сыр-сыу килгән арала бисара себеш үлде лә ҡуйҙы. Йәл булды. Өләсәйем асыулан­ғанын белгертмәне, әрләмәне лә. Шулай һәйбәт ке­ше бит ул. Үҙебеҙҙең кү­ңелгә ҡыйын ине.
Былтыр был ваҡытта еләк бешкәйне. Бер мәл шулай ағайҙар менән Аҡтүш битенә урманға бар­ҙыҡ. Еләк күп, йый ғына! Һауыттарыбыҙҙы ла, ҡор­һаҡты ла тултырып ҡайтыр­ға сыҡтыҡ. Эре еләк менән тулы биҙрәмә ҡарап ҡыуа­нып килә инем, тип-тигеҙ ерҙә эләгеп ҡоланым да ҡуй­ҙым. Эх! Тәмлекәстәр туп­раҡҡа бол­ғанып, юлға һибелде. Ағай­ҙар эргәлә бул­ғас, илай алманым, ебек, тип әйтер­ҙәр тип ҡурҡ­тым. Хатта көҙгә тиклем юл­да ятты минең тиргән, ризыҡ­ҡа яҙмаған еләктәр…
Бесән айын да көтөп алам. Урманда рәхәт бит ул. Күмәкләп тырышһаң, эш бөткәнен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Сәй эскән еребеҙҙә шул тиклем тубырсыҡ күп! Алып ҡайтып малайҙар менән атыш уйнарға кәрәк, тип биҙрәгә күп итеп йый­ҙым. Уҡ-янға тигән ағастар­ҙы ла арбаға һалдым. Көнө буйы аяҡ өҫтө йөрөп ары­ғанмын инде, ятып торғайным, йоҡлап киткәнмен. Уянып китһәм – өйҙәмен. Тубырсыҡлы биҙрә икенсе йылды көтөп, урманда ҡал­ған! Кәбән ҡойолған, эш бөткән, ә мин – йоҡосо!..
Ағайҙарым, күрше-тирә малайҙар менән йыл да Һаҡмарға һыу инергә йөрөйбөҙ. Мажараларға көн дә тарыйбыҙ ғына, ҡойма ямғыр аҫтында ла ҡалған булды. Кәртәгә ҡайтып ят­ҡан һарыҡтарҙы күрмәй, үҙҙәрен әллә ҡайҙарҙан эҙләп аптыраған саҡтар ҙа иҫтә.
Каникул йыл да ҡабатлана, тик беҙ үҫә килгәнгәме, ҡыҙыҡтар ҙа кәмей бара кеүек. Ә шулай ҙа быйыл тағы ниндәй кү­ңелле мажараларға тарырмын икән? Улар хаҡында һеҙгә һөйләрмен әле.

Шәһит БОҪҠОНОВ.
Баймаҡ районы, Билал мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code