Һаман да һағынам

– Һаумыһығыҙ, балалар! – тип сәләмләп дәрескә ингән баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сыһы Райхана Нуфат ҡыҙы Хәмитова һағындыра. Сит­тә йөрөгәндә, төрлө милләт кешелә­ре араһында йәшәгәндә бигерәк тан­һыҡ ошо һүҙҙәре. Башҡорт булыуым менән дә, үҙебеҙҙең телде яҡшы белеүем менән дә бәхетлемен. Әле бы­на Стәрлетамаҡ колледжында уҡып, баш­ҡорт теле буйынса өйгә эштәрҙе үтәгәндә курсташтарым йүгерешеп килеп:
– Гүзәлиә, ярҙам ит әле, – тигәндә лә ғорурлыҡ хистәре кисерәм.

Райхана апа (ауыл мәктәбендә күп уҡытыусыларға шулай өндәшәбеҙ) Ауыр­ғазы районы Төрөмбәт ауылында тыуып үҫкән. Урта мәктәпте тамамлағас, Баш­ҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Һуңынан юллама менән беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районының Түбәнге Төкөн ауылына эшкә ебәрелә. Ә 1983 йылдан бирле Шәрипҡол ауылы мәктәбендә ең һыҙғанып эшләй.
Уның уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте, мәҙәниәте буйынса районда уҙғарылған олимпиадаларҙа еңеүселәр булып, республика кимәлендәге бәйгеләрҙә лә ҡатнаша. Инде нисәмә йыл рәттән «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүселәр ярышында ла һынатмайҙар. Уҡытҡан балаларының күбеһе юғары уҡыу йорттарында белем алып, уның эшен дауам итә.
Бик бәхетлемен шундай остазым бул­ғанға, мәҙәниәт дәрестәрендә тормош һабаҡтарын алғаныма. Ул беҙҙе киләсәккә әҙерләгән бит: ата-бабаларыбыҙҙың йәшәйешен, һөнәрҙәрен, шәжәрәләрен, арҙаҡлы батырҙарыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың, артистарыбыҙҙың тормошон, ижадын өйрәнгәнбеҙ.
Уҡытыусыбыҙҙың «Ямғыр саҡырыу», «Ҡаҙ өмәһе» йолалары буйынса яҙған сценарийҙары менән районыбыҙҙа уҙғарылған «Башҡортостан ын­йыла­ры» конкурсында һынатманыҡ. Унда I урын алып, республика күләмендә бәйгелә ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мәктәптә үткән «Ҡар һыуына барыу» йолаһын күрһәткән сығыштар, һабантуй­ҙар бик күңелле уҙа ине.
Беҙҙең Ҡырмыҫҡалы районы – арҙаҡлы шәхестәргә, яҙыусыларға бай төйәк. Уҡытыусыбыҙ тарафынан ойошторолған Барый Ноғоманов, Ирек Кинйәбулатов, Тимерғәле Килмөхәмәтов, Рәсих Ханнанов һәм башҡа яҙыусылар менән осрашыуҙар бик күңелле үтте. Шулай уҡ Ринат Камал, Әлфиә Әсәҙуллина, Венер Исхаҡов, Айгиз Баймөхәмәтовтар ҙа килде мәктәбебеҙгә.
Ибраһим (Йомран) ауылында тыуған мәғрифәтсе, шағир Мөхәмәтсәлим Өмөтбаевтың йорт-музейында йыш булдыҡ. Районыбыҙҙың ғорурлығы ул. Ҡомартҡыларын, шәжәрәһен, ижадын, тормош юлын өйрәндек.
Райхана Нуфат ҡыҙының дәрестәрендә ауыҙ-тел ижадының төрҙәрен бай­ҡай торғайныҡ: теләктәр, алғыштар, юрау­ҙар, ырымдар, мәҡәлдәр, әйтемдәр, таҡмаҡтар, йырҙар, уйындар. Оҙон башҡорт көйҙәрен йырлатһынмы, үҙе йырлап ебәрһенме – һәммәһе лә беҙҙең хәтерҙә. Шундай алымдар менән үҙенең уҡыусыларын киләсәк тормошҡа рухи тәрбиә биреп оҙатты ул. Дәрестәрен тыуған яҡ, уның үткәне, тарихи шәхестәре менән бәйләнештә алып барып, беҙҙә илһөйәрлек той­ғоһо тәрбиәләне, төрлө милләт кешеләре араһында юғалып ҡалмаҫҡа өйрәтте, үҙеңдең асылыңды аңларға ярҙам итте.
Ышан беҙгә, уҡытыусыбыҙ, йөҙөгөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәбеҙ, ышаныслы алмашсыларығыҙ булырбыҙ әле.

Гүзәлиә ҒИРФАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code