Һалдат бурысы

Ватан һаҡлау – изге бурыс, тиеп,
Әрмеләргә китә егеттәр.
Оҙаталар ата-әсәләре,
Оло юлға теләп теләктәр.

Илағандай, ауыл шыңшып ҡалды,
Һаубуллашты инде бала саҡ.
Әсәйҙәрҙең йылы кәңәштәре
Күңеленә һеңеп ҡаласаҡ.

Сит яҡтарға тәүгә генә әле
Китеп бара ауыл балаһы.
Күңелендә ниҙәр кисерәлер,
Таныш түгел иле, ҡалаһы.

«Һә» тигәнсе үтеп китер бер йыл,
Тыныслыҡта булһын еребеҙ.
Яҡты атһын тыуыр таңдарыбыҙ,
Аяҙ булһын беҙҙең күгебеҙ!

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА, X синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code