Һалдат булабыҙ, тиҙәр

Камил.

Рәсүл.

Матур ғына булып үҫеп килгән ейәндәремә ҡарап, һоҡланып туя алмайым. Күҙ генә теймәһен инде үҙҙәренә! Камил быйыл беренсе синыфҡа уҡырға барҙы. Бәләбәй ҡалаһындағы башҡорт гимназияһында тырышып белем ала.
Рәсүл әле Өфө ҡалаһының Шаҡша биҫтәһендәге балалар баҡсаһына йөрөй. Һүрәт төшөрөргә ярата, уҡый ҙа белә. Мәктәпкә барыуын түҙем­һеҙләнеп көтә. Ейәндәрем икеһе лә: «Үҫкәс, һалдат булабыҙ, илде һаҡлаясаҡбыҙ», – ти. Һалдат кейеме лә үҙҙәренә килешеп тора бит.

Нурулла МИҺРАНОВ.
Белорет районы, Манышты ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code