Һай, үҙебеҙҙең бишенселәр!

Беҙҙең Эт йылында тыуған V синыф уҡыусылары ниндәйерәк холоҡло, тиһегеҙме? Барыһы ла әүҙемдәр, тырыштар, шаяндар, отҡорҙар. Ә телдәре һуң ҡалай уларҙың! Бер һүҙгә йөҙ һүҙ менән яуап ҡайтарырға әҙерҙәр. Синыфтарында барлығы 10 бала. Ике уҡыусы – Нилә Лоҡманова менән Рәсим Юнысов тик «бишле» билдәләренә генә өлгәшә. Бишенселәр араһында спорт менән шөғөлләнеүселәр ҙә бар: Илгизәр Муллағәләмов, Фәрхәт Сөнәғәтов. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙа теләп ҡатнашалар. Яңыраҡ Нилә «Йәш әкиәтсе» исемле бәйгелә әкиәт һөйләп, III урын алды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының бүләктәренә эйә булды. Афарин!

Гөлсөм ЙЫЛҠЫБАЕВА, уҡытыусы.
Белорет районы, Шығай мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code