Һаҡмар буйлап сәйәхәт

Беләһегеҙме, быйыл мин Һаҡмар йыл­ғаһының урғылып сыҡҡан еренән алып ҡойған урынына тиклем сәйәхәт ҡылдым. Ул Өмөтбай ауылы тирәһендәрәк бәләкәй генә шишмә булып башлана икән. Синыфыбыҙ менән Шүлгәнташ мәмерйәһенә экскусияға барғанда шунда туҡталып киттек. Беҙҙең ауылыбыҙ ҙа Һаҡмар буйында урынлашҡан.
Экскурсиянан ҡайтҡас, бер нисә көндән ағайым беҙҙе Ырымбур ҡалаһына алып барҙы. Шулай итеп, Бөрйән, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла, Ейәнсура райондарында булдым. Һаҡмарға Йылайыр ҡойған ерҙе күрҙек. Артабан Эйек, Һүрәм йылғалары аша үтеп, Ырымбур өлкәһенә сыҡтыҡ. Башҡортостандың ҡуйы урманлы, бейек таулы тәбиғәтенән һуң беҙҙе сикһеҙ дала ҡаршы алды.

Тарихи Ырымбур… Боронғо йорттар һаҡланған, элеккесә тар урамдары бул­ған, хәрби ҡәлғә итеп төҙөлгән ҡалала һаман да ат тояҡтары тауышы ишетелгәндәй тойола. Ҡасандыр үҙемдең ҡарт олатайым Ғәзиз Абдулғариф улы Туйтирәков та казак отрядында хәрби хеҙмәттә ошонда булған. Әле беҙ йөрөгән урамдарҙан ул да атлағандыр, моғайын.
Бына алдыбыҙҙа – Каруанһарай. Тәҙрәләренән беҙгә тарих ҡарай…
Бында Европа менән Азия осраша. Һаҡмар Уралға ҡоя. Ул бормаланып, ашҡынып, ҡара урмандар, тау-таштар, тигеҙлектәр аша үтеп, ҙур йылғаға ҡушылғас, тынысланып ҡалғандай. Шишмәләй генә башланған Һаҡмар мул һыу­лыға әүерелә.
Быйылғы сәйәхәтемдән ана шулай үҙем өсөн әллә күпме мәғлүмәт ал­дым.

Мәүлиҙә ЙОМАҒУЖИНА.
Баймаҡ районы, Ғүмәр ауылы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code