Һаҡлана белеү ҙә кәрәк

Һыу инеү, йөҙөү сәләмәтлек өсөн ифрат та файҙалы: мускулдар, арҡа һөйәге нығына, организм сыныға. Һыу тән тиреһе аша үтеп, нервы системаһына ыңғай йоғонто яһай, ҡан әйләнешен, организмда матдәләр алмашыныу процесын яҡшырта. Әммә хәүефһеҙлек саралары тураһында ла оноторға ярамай. Юғиһә, сәләмәтлегегеҙҙе нығытыу урынына, киреһенсә, уға зыян килтереүегеҙ ихтимал.

Мәҫәлән, һыу инер алдынан күп итеп ашау тыйыла. Үҙегеҙҙе һәйбәт тойғоғоҙ килһә, һыу инергә бер сәғәт алдан һәм һыуҙан сыҡҡандан һуң бер аҙ ваҡыт үткәс кенә туҡланырға рөхсәт ителә.
Һыуҙа тағы бер хәүеф бар: көтмәгәндә тәнегеҙҙе көҙән йыйырыуы ихтимал. Бер тапҡыр ғына булһа ла, ошондай хәлгә тары­һағыҙ, һыу ингәндә тәрән урын­ға барыуҙан тыйылығыҙ.
Күлдәрҙә һәм быуаларҙа инфекциялы сирҙәр ҙә йоҡторорға мөмкин. Шуға күрә бындай урындар­ҙа икеләтә һаҡ булыу кәңәш ителә. Һеҙ һыу инергә яратҡан урынды ҡоштар үҙ иткәнме? Ул саҡта башҡа һыу ятҡылығын һайлау яҡшыраҡ. Бындай урында эсәк таяҡсалары һәм гельминттар һағалай. Яңылыш ҡына һыу йот­һағыҙ ҙа, һуңынан ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙары эләктереүегеҙ, аллергияға дусар булыуығыҙ мөмкин. Шулай уҡ һаҡһыҙлыҡтан төрлө тән йәрәхәттәре алыусылар ҙа байтаҡ. Таныш булмаған урында һыу инергә йыйындығыҙ икән, аяҡ аҫтығыҙға иғтибарлыраҡ булығыҙ. Йылға-күл төптәрендә ярылған шешә һәм быяла һауыттар, тимер-томор тулып ята. Шулай уҡ осло таштар ҙа осрауы ихтимал. Был урын тураһында башҡаларҙан да һорашырға онотмағыҙ.
Ҡайһы саҡта һыу буйында көтөлмәгән хәлдәр ҙә була. Мәҫәлән, кемдер һыуға бата башлаһа, иң тәүҙә тиҙ генә ҡот­ҡарыусыларға, яҡшы йөҙә белеүселәргә хәбәр итегеҙ. Батып барыусыны ҡотҡар­ғанда уға һаҡ ҡына яҡынлашырға кәрәк, сөнки ҡото осоп, һине лә һыу төбөнә һөйрәйәсәк. Уны кейеменән, сәсенән тотоп тартырға кәрәк, ҡул бирергә ярамай.
Һыу инеү күңел асыу ғына түгел, ә һәр беребеҙҙән яуаплылыҡ та талап итә. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, рәхәтләнеп һыу инегеҙ, сәләмәтлегегеҙҙе нығытығыҙ, тик хәүеф­һеҙлек саралары тураһында ғына онотмағыҙ!

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code