Һағынып иҫкә алабыҙ

Өләсәйемдең атаһы Ҡәтип Мөхәмәҙи улы Мөхәмәҙиев 1941 йылдың июлендә һуғышҡа алына. Сталинград һуғышында ҡатнаша. «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. 1945 йылда ҡарт олатайым яуҙан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.

Колхозда тракторсы, көтөүсе булып эшләй. Ул бик яҡшы кеше була. Бөтәһе лә үҙен хөрмәт, ихтирам итә. Ҡарт олатайым 78 йәшендә ҡаты ауырығандан һуң вафат була. Беҙ уны һағынып иҫкә алабыҙ.

Айгөл АЛТЫНБАЕВА, III «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге  20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code