«Һөйһә егет, үҙе һөйһөн»

Алма бешһә, аллана,
Ергә төшһә, баллана.
Һөйһә егет, үҙе һөйһөн,
Ҡыҙҙар һөйһә, алдана…
Өләсәйемдең ошо таҡмағы ҡолаҡ төбөндә яңғырап тик торасы. Төптән уйлап ҡараһаң, дөрөҫ бит был кәңәш. Тәүге һөйөү, тәүге яратыу. Мәңгелек тема. Өләсәйем бик сибәр ҡыҙ булған: тулҡынланып торған ҡара сәсле, ап-аҡ йөҙлө, ә моңло тауышы менән сәхнәлә боронғо йырҙарҙы йырлағанын тын да алмай тыңлағандар. Ә мәктәптә уҡығанда бер уҡытыусы баянда уйнаған, ул ҡушылып йырлай торған булған. Өләсәйем шул ваҡытты ҡыҙыҡ итеп иҫкә ала:
– Был баянсы ағай бер заман: «Миңә кейәүгә сығаһыңмы, үҙеңде Өфөгә алып китеп, йырсыға уҡытам», – тине.
– Һин нисек яуапланың? – тип һорайым уның һөйләп бөткәнен дә көтмәй.

– Юҡ, тинем инде! Яра­май, сөнки һеҙ – уҡытыусы, ә мин – уҡыусы, тип белдер­ҙем. Уның бит ҡатыны ла бар ине.
Вәт, әй. Был бабай өләсәйемде алдарға уйланымы икән, әллә шаярттымы? Бына бит, уҡытыусы менән уҡыусы араһында шундай хәлдәр элек тә булған… Ә өләсәйем дөп-дөрөҫ яуап биргән! Минеңсә, уҡытыусы уҡыусылар өсөн һәр ваҡыт педагог, кәңәшсе булып ҡына ҡалырға тейеш. Йәғни, билдәле бер сиктән уҙмаҫҡа. Юғиһә, уҡытыу­сы­һына ғашиҡ булған ҡыҙҙар ҙа, егеттәр ҙә юҡ түгел. Ил кимәлендә бындай миҫалдар­ҙы телевизорҙан да күрһәткәндәре бар. Әхлаҡһыҙлыҡтан киләлер инде. Бигерәк тә ҡыҙҙарға ҡағыла был. Уҡытыусы ағайҙар оҡшаһа ла, ғашиҡ булыу тураһында уйларға ла ярамай! Ғаиләләр боҙолоуы, алданып ҡалыуҙары тураһында ишеткәнем бар.
Шулай ҙа нимә һуң ул тәүге һөйөү, мөхәббәт? Был тойғоно тик юғары күтәрергә, уның өсөн утҡа-һыуға инергә әҙер булырға кәрәкме икән ул, тип тә уйлап ҡуям әле мин. Эйе, йырҙарҙа йырлана, фильм­дар төшөрөлә, романдар яҙыла. Хатта берәй һуғыш тураһындағы кинола ла мөхәббәт темаһы юҡ икән, уны ҡарауы күңелһеҙерәк булыр ине кеүек. Әммә… Яратам, тип бөтөрөнөргә кәрәкмәйҙер. Һөйөү хисе бирелгән икән, быға ҡыуанырға ғына ҡала. Ә күҙең төшкән кеше һине бар тип тә белмәһә? Ни хәл итәһең инде, көсләп асҡан күҙҙең нуры булмай, тиҙәр бит. Хоҙай кешеләрҙе парлы итеп яратҡан, ҡай­ҙалыр йөрөйҙөр әле һинең дә өлөшөңә төшкән көмөшөң осрашыуҙы көтөп.
Ҡыҙҙар тыйнаҡ булһын, хистәре тураһында артыҡ белдереп бармаһын ул. Юғиһә, ҡайһы берәүҙәрҙең, егет оҡшаһа, араларын бутап, икенсе ҡыҙҙан уны һалдырып та алыуы – аптырарлыҡ хәл. Эйе, эйе, ундайҙар ҙа бар ул.

***

«Бына бит, исмаһам, ир-егеттең аҫылы! Өҫтө-башы ыҫпай, тәмле еҫтәр аңҡытып ҡына эргәңдән үтеп китә, әйкәйем! Һөйләгән яғымлы, кәрәкле, аҡыллы һүҙҙәрен әйтеп тораһы ла юҡ! Ә уның машинаһы?! Телефоны ла ябай түгел – хәтәр текә! Үҙе ихтирамлы. Иғтибарлы. Әҙәпле һәм итәғәтле. Гел генә ҡыҙыҡһынып хәл һораша, матур һәм яғымлы тауышы менән кәңәштәр бирә. Күҙҙәрен тултырып ҡарауын әйтеп кенә аңлатып булмай бит! Эргәһенән үтеп барһаң, юл бирә, матур итеп йылмайып оҙатып ҡала, и-и-их! Ул бит ярата, шуға иғтибарын шәхсән миңә ге­нә йүнәлтә, үҙем дә уны һөйәм… Тик аптырайым, был турала ҡасаныраҡ һәм нисегерәк белгертергә икән?»
Мөхәббәт утында дөрләп янған ун биш йәшлек ҡыҙ минән яуап көтә. Ул шул тиклем оҙаҡ, хисләнеп үҙенең ялҡынлы һөйөүе тураһында һөйләгәс, был йәштәр ҡайһылай бәхетле икән, тип тыңлап ултырһам, бына һиңә, мә! Динәнән, егет кеше мөхәббәтен ҡасан белдерҙе һуң, тип ҡыҙыҡһындым. Аптырап ҡараны ла: «Егет кешенең һөйөүе ҡысҡырып әйтмәһә лә, ап-асыҡ күренеп тора», – тип аңлатты. «Нимәнән күрәһең һуң, нисек аңлайһың егеттең һине яратҡанын», – тип төпсөнәм. «Ул мөләйем ҡарай, матур итеп йылмая, мине күрһә, хатта ҡыҙарып, бүртеп китә. Былар бөтәһе лә мөхәббәт билдәһе бит, белмәнегеҙме ни?» – тип яуапланы Динә. Нисек таныштығыҙ һуң ул «кейәү» менән, ҡайҙа уҡый, нимә менән ҡы­ҙыҡһына, зерә генә лә оло түгелме, тиеүемә үҫмерем: «Урам буйында танышып йөрөмәм бит инде! Мәктәптә. Минең һөйгәнем – физика уҡытыу­сыһы ла ба­һа!» – тигәнде ишеткәс, бер килке шаңҡып ултырҙым. Шул арала мейемде миллионлаған уй телде: уҡытыусы башы менән, иман­һыҙ… (психологтар ҙа ҡайһы ваҡыт хис-той­ғоға бирелеп ала).
Динәне етди һөйләшеүгә көйләп ебәреүе еңелдән түгел ине: хистәргә сумған ҡыҙ һорауҙарға аныҡ ҡына яуап бирә алмай бер булды. Төпсөнә торғас, был уҡытыусының Динәгә генә түгел, ғөмүмән, бөтәһенә лә тәрбиәле, изгелекле ҡарашта булыуы асыҡланды. Ҡыҙҙың кәйефе ныҡ төшһә лә, уҡытыусының бөтә уҡыусыларға һәм уҡытыусыларға ла бер үк мөнәсәбәттә булыуы иҫбатланды. Фәлән Фәләновичтың ғаиләле икәненә тәүҙәрәк ҡул һелтәп ҡараған Динәнең ҡарашы үҙгәрҙе. Артабан инде «һөйгәне»­нең балаларына әсәй була алмаясағын аңлағас, ул юғалып ҡалды. Ҡыҙҙың киләсәккә уйланылған планында ул егерме ете-егерме һигеҙҙә генә әсәй булырға ниәтләгәне беленде. Ул ваҡытта Фәлән Фәләнович ҡартаясаҡ, ә Динә инде – киреһенсә, үҙенең балҡып тор­ған мәленә инәсәк. Беҙҙең икәүләшеп тәфсирләп, киләсәген күҙаллауыбыҙ, бөтә плюс һәм минустарҙы һанап сығыуыбыҙ ҡыҙҙы уйға һалды. Ул был һөйөүен уҡытыу­сыһына белгертмәҫкә булды. Сөнки консультация ваҡытында Динә үҙенең уйлап сығар­ған мөхәббәт фантазияһына үҙе ышанып, яңылыша башлағанын төшөнгәйне.
Ҡыҙҙарым, йондоҙҙарым! Әҙме ни уҡытыусыларына: «Ғашиҡмын һеҙгә», – тип яңылышыусылар? Улар бул­ғанға ла, бөгөн беҙ ошо турала әңгәмәләшәбеҙ. Статис­тикаға күҙ һалһаҡ, күберәген ҡыҙҙар «ғашиҡ» булыусан. Ни өсөн ғашиҡ һүҙе тырнаҡтар эсенә алынғанын әйтәм – яңылыша улар. Әүрәү менән бутайҙар. Күберәген үҙҙәренән оло кешегә, йәғни уҡытыу­сыға, әсәһе менән генә үҫкән балалар ғашиҡ була. Ә атаһынан күрергә тейеш йылылыҡты башҡанан эҙләй улар. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, әгәр уҡытыусы кеше бомж һымаҡ кейенеп, йөҙө емерелеп, һаҫыҡ еҫтәр сығарып йөрөһә, мин ғашиҡмын һиңә, тигән кеше булыр инеме икән? Әлбиттә, юҡ. Уҡытыусының эштә, йәғни мәктәптә үҙен матур тотоуы – балаларға өлгө! Ризаһығыҙмы? Ошонан һуң, мине генә ярата, тип әйтеү урынлымы?
Һүҙемдең аҙағында шуны әйткем килә: ҡыҙҙар, бер ҡасан да ир-егет­тәр өсөн фекерләмәгеҙсе! Әгәр егет кеше (уҡытыусымы, ташсымы) һеҙҙе оҡшата, ярата икән – ул был турала үҙе мотлаҡ еткерәсәк! Алдан хистәрегеҙҙе белдереп, оятҡа ҡала күрмәгеҙ. Сабырлыҡтың ғына төбө – һары алтын, онотмағыҙ, йәме.

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code