Һәр минуты ҡәҙерле

«Бына шундай ҙур балыҡ тоттоҡ».

Матур миҙгел ет­те. Һәр кем йәйге ялды түҙемһеҙлек менән көтә һәм фай­ҙалы, фәһемле итеп үткәрергә тырыша.
Минең өсөн иң рәхәте – ауылда өләсәй, ҡартәсәй-ҡартатайҙар янында булыу. Йыл һайын ҡус­тым Илсур менән яратҡан кешеләребеҙ эргәһенә ҡайтабыҙ. Атай-әсәйебеҙҙең тыуып үҫкән Баймаҡ районының Аҡморон, Йомаш яҡтары беҙгә лә яҡын, ҡәҙерле. Унда беҙ йәй буйы рәхәтләнеп ял итәбеҙ: эҫе көндәрҙә йәмле Һаҡмар йылғаһында һыу инәбеҙ, ҡомда ҡыҙынабыҙ, төрлө уйындар уйнайбыҙ, велосипедта уҙышабыҙ. Әлбиттә, олатай менән өләсәйгә ярҙам итергә лә онотмайбыҙ. Өй, баҡса эштәрендә булышабыҙ, бигерәк тә ҡаҙ, тауыҡ себештәре көтөшөргә яратабыҙ. Ә кистәрен өләсәй әкиәттәр генә түгел, тормоштағы төрлө фәһем алырлыҡ хәлдәрҙе һөйләй, беҙҙе яҡшылыҡҡа өндәй, изгелекле булырға өйрәтә.

Тағы ла ҡустым менән минең иң яратҡан йәйге шөғөлөбөҙ – балыҡ ҡармаҡлау. Бәләкәй саҡтан уҡ ҡәҙерлеләрем беҙҙе үҙҙәре менән йылға буйына алып йөрөнө. Эй, күңелле инде шул саҡтар! Табан балыҡ, ҡыҙылғанат, алабуға, хатта суртан да эләккәне бар ҡустым менән миңә! Бәләкәй генә, әле үҫергә тейешлеһе эләкһә, беҙ уны ки­ре һыуға ебәрәбеҙ. Ә саф һауала, матур тәбиғәткә һоҡланып, балыҡ сиртеүен көтөүе үҙе бер күңелле мәл! Һыу буйында үткәргән көндөң һәр минуты иҫтә тороп ҡала.

Камилә ӘХМӘТОВА, IV «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code