Һәр кемдең үҙ эше бар

МИНЕҢ ЯҠЫН КЕШЕЛӘРЕМ.

Ғаиләбеҙ ҙур, татыу һәм ныҡ. Беҙ бишәүбеҙ: атайым, әсәйем, ағайым, һылыуым һәм мин. Һәр беребеҙҙең тотҡан урыны, үҙ шөғөлө бар. Атайым көслө һәм түҙемле. Ул йорттағы бөтә ауыр эште башҡара. Эше күп булһа ла, беҙҙең өсөн гел ваҡыт таба. Минең атай – иң яҡшыһы, иң уңғаны.

Әсәйем тураһында нимә генә әйтһәм дә, әҙ кеүек. Ул – беҙҙең өсөн иң матуры, яғымлыһы һәм хәстәрлеклеһе. Өйҙәге тәртипте күҙәтә, ғаиләлә барыһына ла яҡшы булһын өсөн тырыша, бик тәмле аштар, бәлештәр бешерә.
Ағайым Мәскәү ҡалаһында белем ала. Ул – буласаҡ хәрби, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы. Минең өсөн таяныс һәм яҡлаусы. Серҙәрем менән дә бүлешәм, аҡыллы кәңәштәрен бирә. Уның менән бик ғорурланабыҙ.
Һылыуым дүртенсе синыфта уҡый. Бигерәк шаян, күңелсәк ҡыҙыҡай инде. Уның эргәһендә күңелһеҙләнергә урын юҡ, янында гел күңелле һәм рәхәт.
Атай-әсәйем, яҡындарым һәм туғандарым – минең өсөн иң ҡәҙерле кешеләр. Уларҙы бик яратам.

Азалиә АРАПТАНОВА, IX синыф уҡыусыһы.
Көйөргәҙе районы, Илкәнәй мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code