Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы

Йәйге каникулым бик күңелле һауыҡтырыу лагерынан башланып китте. Унда дуҫтарым менән рәхәтләнеп уйнаным, төрлө сараларҙа ҡатнаштым.
Ауылыбыҙҙың уңған фермер­ҙарына ҡунаҡҡа бар­ҙыҡ. Мәжит олатай һәм Эльвира инәйҙәрҙең шөғөлдәре менән яҡындан таныштыҡ. Улар үҫтергән ҡыяр­ҙың быйылғы уңышын тәмләп ҡараныҡ.

Лагерҙа Нәфисә һәм Мәҙинә апайҙар беҙҙе тәмле аштар менән һыйланы. Улар һәр көн һаулыҡ өсөн файҙалы булған емеш-еләктәр бирҙе.
Һәр көнөбөҙ ҡыҙыҡлы уҙҙы. Лагерь мине яңы уйындар, ҡы­ҙыҡлы осрашыуҙар һәм асыштар менән ҡыуандырҙы.

Айгиз НУРАЕВ, III cиныф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Мәмбәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code