Һәр өйгә киләсәк

«Йәншишмә»гә — синыф менән!

Беҙ республикабыҙҙа сыҡҡан «Йәншишмә» гәзитен, «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарын синыф менән уҡыйбыҙ, фекер алышабыҙ. Әкиәттәр бик оҡшай. Шиғырҙарҙы ятлап алабыҙ. Республиканың төрлө мәктәптәрендәге яңылыҡтар менән танышып барабыҙ.

Синыфта 10 уҡыусы. Бик татыубыҙ. Девизыбыҙ: «Ҡояш кеүек һәр кемгә лә йылылыҡ өләшәйек». Синыфыбыҙҙың исеме лә – «Ҡояш­ҡай».
Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә әүҙем. Дәрестәргә килеп, байрамдарҙа ҡатнашалар. Беҙҙең менән бергә бейейҙәр, йырлайҙар. Әле синыфта «Матбуғат аҙнаһы» үткәрҙек. Теләгән гәзит-журналдарға яҙылдыҡ. Яңы йылдан «Йәншишмә» гәзите беҙҙең синыфтағы һәр кемдең өйөнә киләсәк.

III СИНЫФ УҠЫУСЫЛАРЫ.
Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code