Һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар

Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн йүнәлешле лицейҙар асыласаҡ. Был хаҡта республика Башлығы Рөстәм Хәмитовтың уҡытыусылар менән осрашыуында әйтелде. Илдең күп төбәктәрендә ошондай учреждениелар эшләй, беҙҙә лә бар, тик улар түләүле, тип белдерә педагогтар. Төбәк башлығы Мәғариф министрлығына мәсьәләне хәл итергә ҡушты. Бындай уҡыу йортона һәләтле уҡыусылар, төрлө олимпиада еңеүселәре алынасаҡ.

Тәүге лицей физика-математика йүнәлешендә булыр, тип күҙаллана. Әйткәндәй, әле Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ҡарамағында һәләтле балалар өсөн белем биреү үҙәге эшләп килә.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code