Һәйтәктә хәлдәр һәйбәт

II синыфтан Карина Вәлиуллина, дүртенсенән Лилиә Сәйфуллина, Илназ Нәжметдинов, унынсынан Рөстәм Бадамов йәшелсәләрҙе тәрбиәләй.

Вәт, фантазиялары шәп уҡытыусыларҙың: ошо композицияны эшләр өсөн генә лә утыҙға яҡын йәшелсә-емеш файҙаланылған!

– Ҡарағаттан ғына быйыл ун бер меңдән ашыу табыш алдыҡ, – ти Һәйтәк мәктәбе директоры Роза Ҡәниф ҡыҙы Мозафарова. – Картуфтан – 2 тонна, кәбеҫтә менән кишерҙән – 1,5 тонна, сөгөлдөрҙән 1 тонна уңыш алғайныҡ былтыр. Быйыл да шул сама булыр, тип өмөтләнәбеҙ.

– Был тиклем йәшелсә мәктәп ашханаһында уҡыусылар­ҙы туҡландырыуға китәме, әл­лә уларҙы әҙерәк һатаһығыҙмы?
– Уңышыбыҙҙы һаҡларға ҡар баҙы бар. Шулай ҙа артығын алырға теләүселәргә тәҡдим дә итәбеҙ.
– Әҙ булһа ла килгән табыш мәктәпкә ваҡ-төйәк алыу өсөн бик тә ярап ҡалалыр…
– Былтыр беҙҙең мәктәп яны участогы районда беренсе урын алды. Бүләккә йәшелсә турағыс бирҙеләр. Ашхана хеҙмәткәрҙәренең дә эшен еңеләйтте был. Быйыл да һынатмабыҙ, тип уйлайбыҙ. Учас­токты тәрбиәләүҙе, уҡыусылар менән йәй буйы практика үтеүҙе уҡытыусы Гөлсөм Заһир ҡыҙы Вәлиева бик ойошҡан рәүештә алып барҙы. Мәктәбебеҙ яңы уҡыу йылын шау сәскәгә күмелеп ҡаршылай.
Ҡарағат һатыуҙан килгән табыштың бер өлөшөн йыл да үткәрелеп килгән «Уңыш байрамы» өсөн тотонасаҡбыҙ. Унда һәйбәт эшләгән синыфтар һәм айырым уҡыусылар билдәләнәсәк. Әлбиттә, бүләктәр ҙә буласаҡ.
Беҙ Һәйтәк мәктәбенә килгән саҡта ла, йәйге каникулдың һуңғы көндәре булыуға ҡарамаҫтан, уҡыусылар баҡсала эшләп йөрөй ине. Кемдер теплицалағы мискәгә һыу ташый, кемдер йәшелсәләргә һыу һибә. Гөлсөм Заһир ҡыҙы ла балалар менән бергә ине. Ана бит, төрлө кәңәштәрен бирә, бәләкәстәрҙе маҡтап, дәртләндереп ебәрергә лә онотмай. Яҡшы һүҙ кемгә оҡшамаһын инде, балалар тағы ла йүгереберәк эшләргә тотона.
Иртәгәһенә районда август кәңәшмәһе үтергә тейеш көн ине. Шуға мәктәп данын төшөрмәҫ өсөн уҡытыусылар йәшелсә-емештәрҙән төрлө композициялар эшләй, күҙ яуын алып торған сәскәләрҙән гөлләмәләр яһай. Ҡыҫҡаһы, мәктәп гөр килә. Әйтерһең, бер ниндәй ҙә каникул булмаған.
Быйыл үҙенең 60 йыллыҡ юбилейын билдәләгән мәктәп яңы уҡыу йылын яңы уй-ниәттәр менән ҡаршылай. Тиҙҙән йөҙҙән ашыу бала белем усағын шат тауыштарға күмер.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.
Балтас районы.

 

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code