Һүрәттәре матур икән!

Бер көн дәрестә Борис Домашников ижады менән таныштыҡ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлфирә Хәйрулла ҡыҙы Әхмәтова рәссамдың тормош юлы тураһында һөйләне һәм уның һүрәттәрен күрһәтте.

Борис Домашников 1924 йылдың 5 апрелендә Иванов өлкәһе Лух районының Кригоузов ауылында тыуған. 1935 йылда уларҙың ғаиләһе Өфөгә күсеп килә. Борис Фёдорович Өфө театр-художество училищеһын тамамлай. 1953 йылдан башлап төрлө күргәҙмәләрҙә ҡатнаша башлай һәм билдәлелек яулай.
Миңә рәссамдың «Һаҙ томбойоғо сәскә ата» исемле картинаһы оҡшаны. Унда һары томбойоҡтар төшөрөлгән, ағастар ҙа күп. Артҡы планда бейек булмаған тауҙар күренә. Күк йөҙөндә болоттар йөҙә. Был картинала Борис Домашниковтың тәбиғәттәге яҙғы матурлыҡты нескә тойған рәссам икәнлеге күренә: тирә-яҡ йәшеллеккә күмелә һәм тәүге сәскәләр ҡалҡып сыға.
Уҡытыусыбыҙ томбойоҡ һүрәтен эшләп килергә ҡушты. Мин уны ҙур итеп төшөр­ҙөм, ә артҡы планда ҡамыштар үҫә, күк йөҙө аяҙ. Йәйге йәшеллекте тасуирлап, был төҫтө күп ҡуллан­дым.
Беҙ дәрестә тәбиғәттең йоҡонан уян­ған саҡта ни тиклем матур икәнлеген күрергә өйрәндек.

Зилиә ТАҺИРОВА, V «В» синыфы уҡыусыһы.
Өфө ҡалаһы, Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code