Һүҙ – Әбйәлил районы Рауил мәктәбенең «Йәнтөйәк» түңәрәге ағзаларына

Ҡурсаҡ

Атайым тыуған көнөмә
Алып ҡайтты ҙур ҡурсаҡ.
Ҡыуанып бөтә алмайым,
Уйнатам уны һәр саҡ.

Алина КАМАЛОВА.

Ҡыш килде

«Ура! Ҡыш килде!» – тип,
Ҡыуана балалар.
Саңғыла шыуырға
Көн һайын баралар.

Санала эйәләр,
Тауҙарҙан еләләр.
Ҡыш килде! Ҡыш килде!
Ҙур шатлыҡ килтерҙе.

Айзилә РӘХМӘТУЛЛИНА.

Көсөгөм

Көсөгөбөҙ – Алабай,
Беҙҙең өйҙө ул һаҡлай.
Өрөп ҡапҡанан китмәй,
Уның һис эше бөтмәй.

Иҙел ҒӘЛИУЛЛИН.

Көҙ

Асыулы ямғыр
Ҡоя ла ҡоя.
Көҙҙөң еткәнен
Белдереп ҡуя.

Динислам ҒИБӘҘӘТОВ,
V синыф уҡыусылары.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code