Үлгәндән һуң тормош бармы?

Ҡайҙалыр һауала осоп йөрөйөм.
– Әйҙә, Юпитерға!
– Юҡ, беҙ уны Венера планетаһына алырға килдек.
Тирә-яғымда төрлө планеталар уралып, һәр береһе үҙенә саҡырып бер була.
– Мин бер ҡайҙа ла бармайым, Еремә ҡайтырға кәрәк, – тием.
Аңыма килгәндә дауаханала ята инем. Эргәмдә табиптар йүгереп йөрөй. Йәшәү менән үлем араһында булғанмын икән…

Үҙе менән булған был хәлде бер танышым һөйләгәйне. Ысынлап та, шундай төрлө ваҡиғалар хаҡында йыш ишетеп торабыҙ. Клиник үлем тәжрибәһен һәм йөрәк-үпкә реанимацияһын өйрәнеүсе профессор Сэм Парния ла кешенең аңы мейе үлемен дә үткәрә ала, тип иҫәпләй. Ул 2008 йылдан ауыр хәлдә ятыусы­ларҙың кисерештәрен өйрәнеп, дәлилдәр йыйған. Күҙ алдына килгән күренеүҙәргә ҡарап фекер йөрөткәндә, йөрәк туҡтағас, аңлы рәүештә төшөнөү 3 минут тирәһенә тиклем ҡалған.
Күптәр, бәлки, ҡайһы бер кешеләрҙән үҙ кәүҙәһенән йәненең айырылып сығыуы тураһында һөйләгәнен ишеткәне лә барҙыр әле. Бәғзеләр быға ышанмай, уйҙырма тип иҫәпләй. Америка йырсыһы Пэм Рейнолдс 35 йәшендә мейеһенә операция эшләткәндә үҙ иңендә татып ҡараған. Уны яһалма иҫһеҙләндереп, кәүҙәһен цельсий буйынса +15 градусҡа тиклем һыуытҡандар, ә мейеһе бөтөнләй ҡан килеүенән мәхрүм булған. Унан баш­ҡа, күҙҙәре йомоҡ, ҡолаҡтарына тауышты томалаусы ҡолаҡсындар ҡуйғандар. Был ва­ҡытта ул үҙ операцияһын өҫтән ҡайҙандыр күҙәтә алған. Аҙаҡ Пэм нимә тип һөйләшеүҙәрен түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәс, табиптар шаҡ ҡатҡан.
Икенселәр үлем хәлендә ят­ҡанда баҡыйлыҡҡа күскән туған-тыумасалары менән осраша. Ошо ваҡытта күргән сағыу ва­ҡиғалар, һис тә яңылышыу түгел, тип иҫәпләй тикшеренеүсе Брюс Грейсон. 2013 йылда баҫтыр­ған хеҙмәтендә, тереләр менән күрешеүселәргә ҡарағанда, теге донъяға китеүселәрҙе күреүселәр күберәк булыуын билдәләй.
Ә бөтә донъяға билдәле Бельгия невропатологы Стивен Лорейс үлгәндән һуң тормош барлығына ышанмай. Үлемгә яҡын кисерештәрҙе физик күренештәр менән аңлатып була, ти ул. Лорейс һәм уның командаһы уларҙы һаташыуҙар һәм төш һымаҡ күренеп, бер аҙ ваҡыт үткәс, хәтерҙән юйыла, тип көтһәләр, клиник үлем осорондағы күренештәр һәр ваҡыт иҫтә йөрөүен асыҡлағандар.
Үлемдән һуң йәшәү барлы­ғы фаразын өйрәнеү барышында ғалим­дар йөрәк туҡтауын кисергән 344 ауырыуҙан һорау алған. Шулар­ҙың 18 проценты күргәндәрен саҡ хәтергә төшөргән, 8 – 12 проценты уй-кисерештәрен һөйләп биргән.
2008 йылда Америка нейрохирургы Эбен Александр бер аҙна үлем түшәгендә иҫһеҙ ят­ҡас, кеше ышанмаҫлыҡ нәмәләр күреүен бәйән итә: нур һибелә, унан моң да ағыла, шарлауыҡтар, һүрәтләп бөтә алмаҫлыҡ сәскәләр, миллионлаған күбәләк осоп йөрөй. Әммә ошоларҙы күргәндә уның мейеһе эшләмәгән була.
Табип Ян Стивенсон 5 йәшкә тиклемге балаларҙан элекке тормошон иҫенә төшөртөп, 3 меңдән ашыу осрағын яҙҙыртып алып, тәжрибә үткәргән. Бер ҡыҙ хатта ҡайһы ҡалала йәшәүен, ғаилә­һен, өйөн ентекләп һүрәтләп биргән. Шул урынды эҙләп табып, тикшергәндәр. Ул атаған 30 билдәнең 27-һе ысынбарлыҡҡа тап килгән.
XX быуаттың 70-се йылдарында шаҡ ҡатырғыс хәбәр донъяны урап сыға. Көнбайыш Берлинда 12 йәшлек Елена Маркард ауыр йәрәхәттәрҙән һуң аңына килгәс, әлегә тиклем белмәгән итальян телендә һөйләшә башлай. «Исемем Розетта Кастельяни, 1887 йылда Италияла тыуғанмын», – тип белдерә. Ҡыҙҙы ул әйткән адрес буйынса алып барһалар, ишекте 1917 йылда үлгән Розеттаның ҡыҙы аса. 12 йәшлек(!) Еле­на уны таный һәм «Бына минең ҡыҙым Франса!», – тип ҡыс­ҡы­рып ебәрә.
Профессор Роберт Ланц әйтеүенсә, ғаләмдәге бөтә мөмкинлектәр бер үк ваҡытта осрай. Әгәр ҙә күҙәтеүсе уларҙы ҡарар­ға хәл итһә, барыһы берәүгә генә тороп ҡала, имеш. Тимәк, ваҡыт, киңлек, йыһан – бөтәһе лә беҙҙең зиһенебеҙ арҡаһында йәшәп килә. Әгәр ҙә шулай икән, «үлем» кеүек әйбер­ҙәр инҡар ителгеһеҙ осраҡҡа әйләнеп, аңдың бер өлөшөнә әүерелә. Ысынбарлыҡта беҙ кемделер үлгән кеүек тойһаҡ та, Ланц теорияһы буйынса, уның тормошо «мәңгелек сәскә» ке­үек, ҡабаттан ата икән.

Г. РАМАҘАНОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code