Үлемһеҙ халыҡ ижады

Мәктәптә эшләгән йылдарҙан әле илле йыллап ғүмер уҙһа ла, һағынып һөйләрлек хәл-ваҡиғалар байтаҡ. Бына шуларҙың береһе хаҡында ғына яҙып үтмәксемен. 1968 – 1970 йылдарҙа беҙ тормош иптәшем Клара Ғүмәр ҡыҙы менән Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә уҡыттыҡ. Башҡорт дәүләт университетын тамамлап ҡына эшләп йөрөгән саҡ. Дәрт ташып тора, ваҡыт күп, уй-хыялдар етерлек.
Әҙәби түңәрәк ойоштороп, балаларға ата-әсәләренән, олатай-өләсәйҙәренән халыҡ ижады өлгөләрен яҙып алып килеү бурысы ҡуйылғас, уҡыусылар араһында ярыш башланды. Кем күберәк? Һәр кем сәмләнеп мәҡәлдәр, әйтемдәр, йомаҡтар, йырҙар йыйып, яҙып алып килә. Уларҙы башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә лә ҡулланабыҙ, синыф стена гәзиттәре сығарғанда ла файҙалана­лар. Уҡытыусылары һәм синыф етәксеһе Клара Ғүмәр ҡыҙы менән V «A» ҡыҙҙары үҙҙәре йыйған халыҡ ижады үрнәктәрен бергә туплап, альбомға күсереп ҡуйҙылар. Аҙаҡ әҙәби түңәрәк ултырышында уларҙы анализлап, фекер алыштыҡ. Уҡыусылар был эште алтынсы синыфта уҡығанда ла дауам итте.
Байназар ауылы балалары 1968 – 1969 йылдарҙа йыйған мәҡәл һәм йомаҡтар Ағиҙел йылғаһы үрендә, йәғни Бөрйән районы биләмәһендә йәшәгән ҡарағай-ҡыпсаҡ, бөрйән ырыуҙарына ҡараған баш­ҡорттарҙың тормош-көнкүрешен, рухи донъяһын сағылдыра. Халҡы­быҙҙың һүҙ сәнғәте иҫ киткес бай йәнле һөйләү теленә таяна, үҫә, унан һут ала.
Йәшлек йылдарыбыҙҙың бер иҫтәлеге булып һаҡланған был альбомдағы халыҡ ижады өлгөләрен «Йәншишмә» гәзите уҡыусылары иғтибарына тәҡдим итәм. Һеҙ беләһегеҙ, халыҡ ижады хазиналары бер ваҡытта ла иҫкермәй.

Ҡәҙим АРАЛБАЙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

1969 йылдың көҙөндә Бөрйән районының Байназар мәктәбендә.

Альбом биттәренән

Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы, тигән халыҡ. Бының шулай икәнлеген тормош тәжрибәһе үҙе раҫлай. Ысындан да, кешенең йөрәктән әйтелгән изге уйлы яҡшы һүҙе һәр кемгә рухи аҙыҡ, йәғни «йән аҙығы», берәй бәлә-ҡазаға юлыҡҡанда уға ҙур таяныс, оло өмөт тә була ала.
Ошондай халыҡтың яҡшы һүҙенә, изге уйлы теләктәренә, өгөт-нәсихәттәренә бай булған мә­ҡәлдәрҙе, йомаҡтарҙы мәктәптең VI «А» синыфы бына инде икенсе йыл өҙлөкһөҙ рәүештә йыйыу һәм бер урынға туплау менән шөғөлләнә. Уларҙың был эше халҡыбыҙҙың ижад ҡомарт­ҡыларына булған оло ихтирамын күрһәтә.
Пионерҙарҙың ошо мөһим һәм ҡыҙыҡлы изге эшендә уңыштар теләйек.

Әҙәби түңәрәк етәксеһе – Ҡәҙим Аралбаев.
23 декабрь, 1969 йыл.

Мәҡәлдәр

Эшле кешене иген баҫыр, эшһеҙ кешене йоҡо баҫыр.
Һөнәрле кеше – ҡораллы кеше.
Тырышлыҡ – ҙурлыҡ, ялҡаулыҡ – хурлыҡ.
Тырыштан тир китмәҫ, ялҡау­ҙан сир китмәҫ.
Үҙең ергә эйелмәһәң, ер һиңә һуҙылмаҫ.
Ураҡсының елкәһенә ҡарама, көлтәһенә ҡара.
Һәләтлене һәнәк тотоуҙан да белеп була.
Ер өҫтөндә ашлыҡ башағын ҡалдырғансы, ашар ҡашығыңды ҡалдыр.
Уңғандың яланын ҡар баҫыр, уңмағандың аранын ҡар баҫыр.
Эшлекле миҫалға ҡарар, эшлекһеҙ мыҫҡалға ҡарар.
Ҡалала эш һөймәҫ колхозда кәбән өймәҫ.
Күл күрке – ҡамыш, ир күрке – намыҫ.
Илдең эше – ир муйынында, ирҙең эше – ил ҡуйынында.
Ир-егет илдә тыуыр, яуҙа үлер.
Һунарсыға эҙ кәрәк, эҙ танырға күҙ кәрәк.

Линура НАЗАРОВА.

* * *

Һауалағы ыласындан ҡулдағы сәпсек иге (яҡшыраҡ).
Яңғыҙҙың яны юғалһа ла, табылмаҫ, ишленең уғы юғалһа ла, табылыр.
Ҡыҙыу аҡҡан йылғаның һыуы тиҙ ҡорор.
Изгелек эшләһәң, изгелек күрерһең, яуызлыҡ эшләһәң, яуызлыҡ күрерһең.
Яңғыҙ ҡарға ҡарҡылдап яҙ килтермәҫ.
Ашатмаҫтың ашы бешмәҫ.
Һөнәре бар хур булмаҫ.

Зилә МАЛИКОВА.

* * *

Тәртипле булыуға аҡса кәрәкмәй, тәртипһеҙгә яҡшы һүҙ эләкмәй.
Дәртле бала яҡшы уҡый, тәртипһеҙе юҡты суҡый.

Ира ИМАНҒОЛОВА.

* * *

Күңелһеҙгә күлдәк кейҙермәй­ҙәр.
Иҫәрҙең иҫе булмаҫ, ялҡауҙың эше булмаҫ.
Маңлайы тирләмәгәндең ҡаҙаны ҡайнамаҫ.
Тирең кипмәһә, байлығың китмәҫ.

Зәкиә ӘЛИҒОЛОВА.

* * *

Ултырған ерҙән утын ярмай­ҙар.
Ашты бергә бешерһәң, ҡуйы була.
Яманға эйәрмә, яҡшынан ҡалма.
Күңел ҡурҡаҡ, ҡул батыр.
Уҡыуы ҡыйын булһа, йәшәүе рәхәт булыр.
Еңең оҙон булһа ла, ҡулың оҙон булмаһын.
Этең ят булһа ла, күршең эт булмаһын.

Һәҙиә САЛАУАТОВА.

* * *

Боландың – мөгөҙө, ғалимдың – һүҙе, филдең – теше, оҫтаның эше ҡиммәт.
Дөрөҫлөк алдаҡсының күҙен тишә.

Таңһылыу МӨФТӘХЕТДИНОВА.

* * *

Буран булһа, һунар юҡ, ямғыр булһа, туҙан юҡ.
Йүнһеҙгә йүкә лә ҡайын.
Алйот юлдаш булмаҫ, ишәк моңдаш булмаҫ.
Ат аяған ат менер, тун аяған тун кейер.

Тәнзилә ВӘЛИЕВА.

Йомаҡтар – серле йомғаҡтар

1. Ҡайсы, ҡайсы, ҡайсы кеүек, ҡайһы ере йәшел кеүек, йүгергәндә ҡыҙҙар кеүек, ултырғанда мулла кеүек. (Һайыҫҡан.)
2. Был донъяла ете юҡ.
(Һыйырҙың ялы юҡ. Аттың мөгөҙө юҡ. Күгәрсендең һөтө юҡ. Күккә менер баҫҡыс юҡ. Ергә төшөр сынйыр юҡ. Ташта тамыр юҡ. Йомортҡала йөй юҡ.)
3. Ниндәй аусы ҡоралһыҙ
Йәнлек аулай төн буйы.
Унан мыйығын һелкетеп,
Йоҡлап ята көн буйы. (Бесәй.)
4. Аҡ яланда ҡара малай
Ҡыҙыу йөрөп эҙ яһай,
Эҙ яһамай – һүҙ яһай. (Ручка.)
5. Онға батҡан аҡ терпе
Ауыҙға инеп йөрөнө. (Теш щёткаһы.)
6. Һаҡалы бар, ҡашы юҡ,
Кәүҙәһе бар, башы юҡ.
Һаҡалын ергә һөйрәй,
Бүлмә эсендә йөрөй. (Иҙән щёткаһы.)
7. Оҙон ҡурай үләндәр ҡыҙыл алҡа элгәндәр. (Ҡурай еләге.)
8. Барынан да көслө ат,
Тауға менһә, таймаҫ ат,
Талау килһә, үлмәҫ ат,
Арыу-талыу белмәҫ ат. (Трактор.)
9. Ҡош түгел – оса,
Ябалаҡтан боҫа,
Сәтләүекте ярата,
Һунарсыны ҡарата. (Тейен.)
10. Туны бар, сапаны юҡ, мыйығы бар, һаҡалы юҡ. (Бесәй.)
11. Ике һылыу һыуға бара, берен-бере уҙа бара. (Саңғы.)
12. Атаһы аяғына кейгәнсе, улы урманға етер. (Төтөн.)
13. Борма-борма юл үткән,
Билен быуған ҡыҙ үткән. (Ҡырмыҫҡа.)
14. Ҡолаҡ артын йыуа,
Танауын ялай.
Мыйыҡтары ла оҙон,
Әйт һин, ул нимә? (Бесәй.)
15. Биш бармағым ситән үрә. (Ойоҡ бәйләү.)

Таңһылыу МАЛИКОВА.

* * *

1. Салт аяҙҙа йондоҙ юҡ. (Көҙгө.)
4. Сытыр-мытыр араһына сыңғалы (зыңғы) таяҡ ташланым. (Һоҫа.)

Зилә МАЛИКОВА.

* * *

1. Ҡыҙыл тубым һыуға төшөп юғалды. (Ҡояш.)
2. Зәңгәр күктә аҡ пароход тирбәлә. (Ай.)
3. Тышы аҡ, уртаһы һары. (Йомортҡа.)

Зәкиә ӘЛИҒОЛОВАның үҙе уйлап сығарған йомаҡтары.

* * *

1. Бәләкәй генә бәҙәр
Фәлән ерҙе гиҙәр. (Аҡса.)
2. Бәләкәй генә тутыя
Сәй ҡайнатып ултыра,
Һиңә лә бирмәй, миңә лә бирмәй,
Тик ҡаратып ултыра. (Ут.)
3. Бәләкәй генә бисура
Тауҙан ботаҡ осора. (Балта.)
4. Үҙе бәләкәй генә, үҙе көслө. (Ел.)
5. Бәләкәй генә бөкрө үҙенән алыҫ төкөрҙө. (Пистолет.)
6. Ике тыуа, бер үлә. (Тауыҡ.)

Флүрә БАЙНАЗАРОВА.

* * *

1. Кәкре-бөкрө ҡырға барып төкөрҙө. (Мылтыҡ атыу.)
2. Кешенән тәпәш, аттан бейек. (Эйәр.)
3. Йомро, йомро туп йомарлан­ған, ҡыҙыл башы түбән һалынған, ҡыҙҙар шуға ялынған. (Еләк.)
4. Өйөм башында – ваҡ ҡырсын. (Йондоҙ.)
5. Ике усаҡҡа бер күҫәк. (Һыйырҙың танауын ялауы.)

Әнисә ҠАРАҒОЛОВА.

* * *

1. Ары ла лап-лап, бире лә лап-лап, һөңгөһөн һаплап. (Тәпәс.)
2. Ҡаланан килгән ҡарт урыҫ
Ҡалъя турап ултыра.
Һиңә лә бирмәй, миңә лә бирмәй,
Тик ҡаратып ултыра. (Ҡуҙ.)
3. Урман үтә тимер шеш. (Ҡояш.)

Зилә МАЛИКОВА.

* * *

1. Береһе, ағайыҡ, ти, икенсеһе, ятайыҡ, ти, өсөнсөһө, елбер-елбер итәйек, ти. (Һыу, таш, ылымыҡ.)
2. Ҡараңғы өй эсендә ҡара тәкә һикерә. (Бөрсә.)
3. Атаһы ат еккәнсе, улы Мәскәүгә барып етер. (Осҡон.)
4. Өйөм артында – күк бүре. (Тәҙрә.)
5. Өй башында айыу бейей. (Төтөн.)
6. Мең урыҫты бер урыҫ баҫыр. (Өрлөк.)

Йәмилә МАНСУРОВА.

* * *

1. Бәләкәй генә бөкрө
Бөтә ерҙе бөтөрҙө. (Ураҡ.)
2. Уҡлау-уҡлау, башы суҡлау, етмеш ағас ботағы. (Ҡомалаҡ.)
3. Ялт-йолт итте, ялмап йолҡто. (Салғы менән бесән сабыу.)
4. Көн буйына бешереп,
Тәгәрәй ҡыҙған таба.
Ҡайнар тиргә төшөрөп,
Һүрелә кискә табан. (Ҡояш.)
5. Ятыр-торор өйө юҡ,
Үҙенең һис көйө юҡ,
Ҡаға урам ҡапҡаһын,
Шаҡый тәҙрә ҡапҡасын.
Эҙләй гел тишек-тошоҡ,
Инергә һорай ышыҡ.
Кем дә кем тапҡыр, зирәк,
Шул табасаҡ тиҙерәк. (Ел.)

Зәкиә ӘЛИҒОЛОВА.

* * *

1. Биле нәҙек билән ат,
Барынан көслө көрән ат.
Тауға менһә, таймаҫ ат,
Арыу-талыу белмәҫ ат. (Ҡырмыҫҡа.)
2. Ай бирҙе, ҡояш алды. (Ҡырау.)
3. Ер аҫтында ерән ат,
Ҡыптыр тиреһе ете ҡат.
Һуйырһың, тунарһың,
Тунағанда иларһың. (Һуған.)
4. Ер аҫтында еҙ уҡлау. (Кишер.)
5. Ыҫпай йөрөй юл менән,
Йәшкелт хәтфә тун менән,
Хәситәһе муйынында,
Бар балаһы ҡуйынында. (Күркә.)
6. Йөҙ һалдат һыуға төштө,
Сөләймән батыр ҡыуа төштө. (Һалма, сүмес.)
7. Ҡышта бар, йәйҙә юҡ,
Тышта бар, өйҙә юҡ. («Ш» хәрефе.)
8. Еҙ һарайҙың эсендә
Еҙнәм аты кешнәй. (Ҡыңғырау.)

Һәҙиә САЛАУАТОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code