Үләндәр ҙә дауалай

«Һаулығым – байлығым», тип юҡҡа ғына әйтмәгән боронғолар. Ысынлап та, үҙ һаулығыңды йәштән ҡайғыртыр­ға, уны һаҡларға кәрәк. Хә­ҙерге ваҡытта тулыһынса һау-сәләмәт кешеләр әҙәйә, бигерәк тә йәштәр араһында. Ҡайһы берҙәре йәшлектәрен шешәгә батыра, энәгә ултыра, ҡыҫҡаһы, заман афәтенә бирешә. Шуныһы ҡурҡыныс: бик күптәре ауырыуҙарына иғтибар итмәй.

Сирләп китһәң, ни эшләргә һуң? Һауығырға кәрәк инде. Элек-электән ата-бабаларыбыҙ төрлө-төрлө шифалы үләндәр менән дауаланған, уларҙы йыйып киптереп, ҡайнатып эскән. Халҡымда дарыу үләндәре йыйыу, һөлөк һалыу, имләү менән шөғөлләнгән айырым кешеләр бул­ған.
«Андыҙ барҙа – ат үлмәҫ, ирәүән барҙа – ир үлмәҫ», тигән халҡым. Шуға ла үләндәрҙең дауалау үҙенсәлектәрен, ҡасан, ниндәй күләмдә йыйырға, уларҙы ҡайһылайтып һаҡларға кәрәклеген бик белеп эш иткәндәр. Мәҡәлдәр, әйтемдәр аша файҙаһын беҙгә лә әйтеп ҡалдырғандар. Хәҙерге ваҡытта үлән менән дауаланған кешеләр бик әҙ­ҙер. Дарыуханаға барып, ҡиммәтле дарыу алыу еңелерәк тә, тиҙерәк тә кеүек. Ә шулай ҙа шифалы үлән­дәр­ҙе йыйып, ҡышҡылыҡҡа әҙер­ләһәң, бар яҡтан да фай­ҙалы буласаҡ. Сөнки уларҙы ҡулланыу аҡсаңды яныңда ҡалдырасаҡ һәм һатып үҙеңә аҡса эшләргә лә була.
Күптәргә ҡамасаулаған дегәнәктән генә күпме файҙа! Унан май эшләргә, сәсте төнәтмәһе менән йыуырға мөмкин – тамырҙарын нығытыуға булышлыҡ итәсәк.
Юл япрағы – ашҡаҙанға, андыҙ бөйөргә дауа, дегәнәк тамырын сәйнәп йөрөү гас­тритты бөтөрә, шәкәр диабеты менән ауырығанда ла ҡулланырға мөмкин.
Сөйәл үләне лә шифалы, уны май айында, сәскә атҡан саҡта йыялар. Күптәр, ағыу, тип ҡулланмай, ләкин аҙ миҡдарҙа эсһәң, йүткереүҙе бөтө­рә, температураны төшөрә.
Үгәй инә үләне лә беҙҙә ҡый урынына үҫә, ә уның, баҡтиһәң, тын юлдарына һалҡын тейгәндә, астма, туберкулёз менән яфаланғанда файҙаһы ҙур икән. Өҫтәүенә, үгәй инә үләне япрағы ашҡаҙан, бөйән эсәге, бауыр, бөйөр ауырыу­ҙарынан шифалы. Уның төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Кире тәьҫире, йәғни зыяны булырға мөмкин, күңел бол­ғаныу, аппетит юғалыу, эс ауыртыуы бар.
Үләндәрҙең файҙаһы бик күп, әммә бөтәһен дә кәрәкле күләмдә генә ҡарап йыйырға кәрәк. Уларҙы тамырҙары менән өҙөргә ярамай. Әлбиттә, ҡулланғанда табиптар менән кәңәшләшеү мотлаҡ.
Һаулығығыҙ үҙ ҡулығыҙҙа, дуҫтарым, уны һаҡлағыҙ, сәләмәт булығыҙ! Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух, тиҙәр бит.

Мөнирә ИГЕБАЕВА.
Хәйбулла районы, Ғәлиәхмәт мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code