Үҫемлектәр бик сыҙамлы

originalШвецияның Гетеборг университеты ғалимдары 20-нән ашыу үҫем­лек ҡалдығын ентекле өйрәнеп, улар­ҙың киҫкен һынылыштар­ға шул тиклем сыҙамлы, яңы шарттарға тиҙ яраҡ­лашыусан икәнлеген асыҡлаған. Әгәр ҙә ҡайһы бер төрҙәре климаттың ҡырҡа үҙгәреүенә ҡаршы тора алмай юҡҡа сыҡһа ла, һуңынан саҡ ҡына формаһын үҙгәртеп, ҡабаттан барлыҡҡа килә икән.
Бынан 65 миллион йыл элек динозаврҙар үлеп бөткәнен барыбыҙ ҙа яҡшы белә. Ошо мәлдә ҡайһы бер үҫемлектәр ҙә зыян күргән. Шулай ҙа ваҡыт үтеү менән улар ҡабаттан үрсеп, киң таралып киткән. Мәҫәлән, ылыҫлылар. Ғөмүмән, ғалимдар үҫемлектең юҡҡа сығыуын биологик яҡтан үҙгәреп, үрсеү мөмкинлеге менән бәйләй.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code