Үҫемлек, хайуандар донъяһын да тикшерә

Һеҙ һүрәттә «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе, Байназар мәктәбенең VIII синыфын тамамлаған Зилиә Буранбаеваны күрәһегеҙ. Тәбиғәт ҡосағында фотоға төшкән был ҡыҙ тирә-яҡ донъяны күҙәтергә, тәбиғәттең серҙәрен өйрәнергә, үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһын тикшерергә әүәҫ. «Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаулығының Баш­арт тауындағы тау далаларының үҫемлектәр составын өйрәнеү» тигән тема буйынса эҙләнеү эше алып барып, быйыл география фәненән республика конкурсында бик уңышлы сығыш яһаны. Шулай уҡ ошо тема менән Өфөлә үткән Вернадский исемендәге фәнни-ғәмәли конференцияла сығыш яһап, номинант исемен алыуға ла иреште. Әйткәндәй, Зилиә башланғыс синыфтарҙан уҡ төрлө конкурс-олимпиадаларҙа ҡатнашып килә.

– Уҡытыусым Фәнил Ғаяз улы Мө­хәмәтйәнов менән йыл да «Парк­тар маршы» конкурсында ҡатнашып торабыҙ, экологик слеттар­ға ла йөрөйбөҙ. Йылдың ниндәй миҙгеле булыуға ҡарамаҫтан, Баш­ҡорт дәүләт ҡурсаулығына экскурсияларға алып бара. Үҙенең тәбиғәтте яратыуын беҙгә, уҡыусыларына ла, күсерҙе, – ти ул.
Буш ваҡытын да әрәм-шәрәм итергә яратмай, файҙалы итеп үткәрергә тырыша Зилиә. Күберәк ғаилә, туғандары янында ял итергә, улар менән төрлө сәйәхәттәргә йөрөүҙе көтөп ала.
Ваҡытлы матбуғаттан да бер ҡасан да айырылмай. Өйҙәренә «Йәншишмә», «Йәшлек» гәзиттәре, «Аманат» журналы килә. Республиканың баш­ҡа баҫмаларын интернет селтәренән дә уҡый. Райондың «Таң» гәзите менән дә дуҫ.
Йәйге каникулы ла күңелле генә үтә Зилиәнең. Июнь айында «Йондоҙсоҡ» командаһы менән район туристик слётында ҡатнашып, еңеүсе булғандар. «Йәйләү» лагерында ла ял итеп, ундағы иҫтәлекле, күңелле ваҡыттарҙы һаман онота алмай. Яңы дуҫтар ҙа тап­ҡан, туйғансы һыу ингән, төрлө-төрлө мауыҡтырғыс уйындар ҙа уйнағандар. Был көндәр иң бәхетле минуттарым булды, улар хәтеремдә оҙаҡ ҡына һаҡланыр әле, ти ул.

Зәлиә АЛТЫНБАЕВА.
Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code