Үҙгәртеп ҡороуҙар дауам итә

Илебеҙҙә мәғарифты үҙгәртеп ҡороу өсөн 8 триллион һум аҡса талап ителә. Әле Юғары иҡтисад мәктәбе һәм Стратегик асыштар үҙәге реформа проекты өҫтөндә эшләй.

Эксперттар 12 тәҡдим әҙерләгән. Унда балалар баҡсаһынан алып юғары уҡыу йортона тиклем белем биреү тәртибе күрһәтелгән. Мәҫәлән, өс йәшкә тиклемге сабыйҙар менән айырым эшләргә тәҡдим ителә. Балаларҙың беренсе синыфҡа әҙер булып килеүе мотлаҡ. Ә мәктәптә фәнни-техник йүнәлештәргә ҙур иғтибар бүлеү талап ителә. Бының өсөн барлыҡ белем биреү учреждениелары юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырылырға тейеш. Балалар технопарктарына ла ҙур иғтибар бүленә. Юғары уҡыу йорттары иһә инновация үҙәктәренә әүерелергә тейеш. Студенттар ғилми тикшеренеүҙәр үткәреп, төрлө асыштар яһай аласаҡ. Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәлә лә мәғарифты үҙгәртеп ҡорорға вәғәҙәләне.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code