Үҙгәрештәр, яңылыҡтар көтә

Быйылғы уҡыу йылында республикабыҙҙа Төп дәүләт имтиханын 38 мең туғыҙынсы синыф уҡыу­сыһы тапшырасаҡ. Уны үткәреү тәртибе өс йыл эсендә яйға һалынған. Былтырғынан айырмалы рәүештә, ҡайһы бер үҙгәрештәр ҙә бар. Ун беренселәр йомғаҡлау иншаһы яҙған кеүек, ту­ғыҙынсылар ҙа беренсе тапҡыр 13 – 16 апрелдә йомғаҡлау әңгәмәһе үтеп ҡараясаҡ. Ул нимәнән ғибәрәтме? Уҡыусыларға дүрт эш төрө тәҡдим ителә: тәүгеһе – бирелгән тексты тасуири уҡыу, икенсеһе – ошо уҡ тексты һөйләү, өсөнсөһө – бирелгән бер темаға монолог, һуңғыһы – һынау алыусы менән ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшеү.

Әңгәмәләшеү һөҙөмтәһендә иң күбе 19 балл йыйырға мөмкин. Уҡыусы 10 балл йый­һа, тимәк, ул зачёт алған тигән һүҙ.
Ун беренселә йомғаҡлау иншаһын яҙа алмағандар БДИ-ға индерелмәһә, йомғаҡлау әңгәмәһенең һө­ҙөмтәһе, яңы тәжрибә булараҡ, әлегә бер нимәгә лә тәьҫир итмәй. Алдағы уҡыу йылынан уны тапшыра алмағандар Төп дәүләт имтиханын бирергә рөхсәт алмаясаҡ. Кемдең балы түбән, уларға һынауҙы ҡабаттан үтергә тура киләсәк.
Ә һынауҙарға килгәндә, урыҫ теле менән математика шулай уҡ мотлаҡ рәүештә бирелә торған фәндәр иҫәбендә, ҡалған икәүһен бала үҙе һайлай.
2017 – 2018 уҡыу йылында БДИ-ны республикала 18 мең сығарылыш синыф уҡыу­сыһы бирә. Уны алдан тапшырыу 21 мартта уҡ башланғайны, 11 апрелдә тамамланасаҡ. Имтиханда ҡатнашыу өсөн 900-ҙән ашыу кеше теркәлгән. Һынау тотоусылар ара­һында үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлаусылар ҙа бар. Урыҫ теле, йүнәлешле математика, йәм­ғиәтте өйрәнеү, биология, тарих, химия, физика фәндәрен күп һайлағандар.
Ун беренсе синыф­тарҙы ла быйыл ҡайһы бер яңылыҡтар көтә. Имтихан үткәреү пунктына контроль-үлсәү материалдары пароль ҡуйылған диск менән килтереләсәк. Ә пароль һынау башланыр алдынан 10 минут ҡалғас ҡына ебәрелә һәм материалдар балаларҙың күҙ алдында сығарып таратыла. Икенсе яғы – имтихан бөткәс, башҡарылған эштәр сканер аша үткәрелеп, һаҡланған элемтә каналдары аша мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәгенә ебәрелә. Тағы ла бер үҙгәреш тест материалдарына ҡайтып ҡала. Элек «өслө» билдәһенә уҡыусы ла дүрт яуап вариантының береһен һайлап алып, «бишле»гә эшләй ала ине. Быйыл­ғы­һын­да иһә ауырғараҡ тура киләсәк. Сөнки бөтәһендә лә ентекле яуап­тар юҡ, ҡайһы берҙәрендә материалдарҙың сиселешен үҙеңә аңлатып яҙырға кәрәк.
Киләһе йылдарҙа ла үҙгәрештәр буласаҡ. Эксперттар урыҫ теленән һынау индереү яҡлы. Улар фекеренсә, уҡыусылар үҙҙәренең уй-фекерҙәрен әйтеп тә өйрәнергә тейеш. Шулай уҡ бойондороҡһоҙ аттестация үҙәктәре булдырыу ҙа күҙаллана.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code