Үҙегеҙҙе яҡлай ҙа белегеҙ

Балалар, минең һеҙҙең менән бик сетерекле темаға һөйләшкем килә. Ул шул тиклем нескә – хатта үҙем албырғап, һүҙҙәр таба алмай торам. Нисек кенә булһа ла, ауыҙ ябып ултырыу ҙа яҡшыға түгел бит инде.

Тормошта шулай була: бөтә балалар ҙа гел генә үҙ ата-әсәләре менән йәшәмәй. Нисегерәкме? Ғаиләлә әсәй­ҙең йә атай кешенең мәрхүм булып ҡалыуы бар, йә улар айырылып, балалар тик берәүһе менән йәшәүҙәрен дауам итә. Шулай була бит, эйеме? Ә күпмелер ваҡыттан һуң атай йә әсәй башҡа кеше менән артабанғы тормоштарын парлашып дауам итә. Шәхсән үҙемдең тормошомда ла ошондай ваҡиғалар булды.
Миңә – 10, һеңлемә – 9, ҡустыма 3 кенә йәш сағында беҙҙең атайыбыҙ мәрхүм булып ҡуйҙы. Ике йылдан һуң әсәйебеҙ кейәүгә сыҡты. Ул ваҡытта аңламаһам да, хәҙер, был бик дөрөҫ аҙым, тип әйтә алам, сөнки ҡатын-ҡыҙға яңғыҙ йәшәүе үтә лә ауыр. «Ағай», тинек беҙ үгәй атайыбыҙҙы. Ул эшлекле, тырыш ҡына кеше булып сыҡты. Бер аҙҙан ҡустыбыҙ тыуҙы һәм беҙҙең тормош гөрләп үҙ яйы менән китте. Шикһеҙ, ғаиләбеҙҙә төрлө хәлдәр ҙә булғыланы: илаш-һыҡташ, үпкәләүҙәр, аңлашылмаусанлыҡ, әм­мә аҙаҡ тынысланып, бөтәһен дә ыңғай хәл иттек. Ошо урында, Аллаға шөкөр, тип әйтмәй булдыра алмайым. Сөнки… Ағайыбыҙ беҙгә ҡул күтәрмәне. Бер ҡасан да.
Ошо юҫыҡта, ҡәҙерле балалар, минең әйтәһе һүҙем: һеҙгә бер кем дә һуғырға, тән йәрәхәттәре яһарға тейеш түгел! Хатта атай-әсәйегеҙ йәиһә улар урынына ҡалған кеше булһа ла. Шуныһына ла иғтибар итеү бик мөһим: нилектән атай-әсәйегеҙҙе «сыбырт­ҡы» алырға мәжбүр итәһегеҙ, ә ҡасан оло кешеләр һеҙгә яман ниәт, бысраҡ уй менән ҡағыла икәнен айыра белергә кәрәк.
Ни өсөн был һүҙҙәрҙе яҙғанымды күптәрегеҙ аңлайҙыр, тип уйлайым. Интернет селтәрендә бик яман енәйәтселәр тураһында хәбәрҙәр яҙылып тора, улар әллә ҡайҙа түгел, беҙҙең арала ғына, шулаймы?! Мәҫәлән, бер үгәй атай өс йыл буйы балаларҙы рәнйетеп йәшәгән. Тимәк, кемдер ҡыҙҙарҙың хәлен күргән, һиҙгән, аңлаған да бит. Тик ни өсөн улар өндәшмәгән икән? Ниңә балаларҙы яҡлаусы табылмаған? Ни өсөн ҡыҙҙар үҙҙәре түҙгән? Бына күпме һорауҙар тыуа ошолай ҡот осҡос енәйәттәрҙән һуң. Иғтибар менән уҡығыҙ, балаҡай­ҙар: әгәр ҙә һеҙҙе кемдер (оло кешеме-түгелме) туҡмай, рәнйетә, мыҫҡыллай, енәйәткә этәрә икән – үҙегеҙҙе ҡотҡарырға тырышығыҙ. Ҡай­һы саҡ, ни сәбәптәндер, хатта яҡын кешеләр ҙә ярҙам итә алмаған хәлдәр була. Тап шул ваҡытта үҙегеҙгә генә ҡарар ҡабул итергә кәрәккән­дә – ҡурҡ­мағыҙ. Иң беренсе хәлде яҡын, ышаныслы кешеңә аңлатаһың, ундай кешең юҡ икән – ышаныс телефонына шылтырата алаһың. Ышаныс телефоны тәүлек әйләнәһенә эшләй. 8 (800) 200-01-22, 8 (800) 700-01-83. Шылтыратыу ваҡытында: «Миңә ярҙам кәрәк», – тип аңлатығыҙ хәлегеҙҙе.

Әлмира ИСХАҠОВА, психолог.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code