Үҙебеҙҙең «Йәншишмә»-шоу»!

Гөлгенә Баһауетдинова.

Илнур Рамаҙанов.

Балалар был көндө көтөп алды. Тамаша залы шығырым тулы. Алма төшөрлөк тә урын юҡ ине, тиһәк тә һис хата булмаҫ. Өфөләге 20-се башҡорт гимназияһына осрашыуға «Йәншишмә» гәзите хеҙмәткәрҙәре менән бергә балаларҙың яратҡан йырсылары Илнур Рамаҙанов һәм Гөлгенә Баһауетдинова ла килде бит!

Шундай матур көй булғанда бейемәй түҙеп ҡара…

Кисәне матур итеп дирек­торҙың тәрбиә эштәре бу­йынса урынбаҫары Менәүәрә Абдулхай ҡыҙы Мәҡсүтова асып ебәрҙе. Ул «Йәншишмә»нең башҡортса сыҡҡан бер­ҙән-бер балалар гәзите булыуы, был белем усағында баҫманы һәр ваҡыт күпләп алдырыу­ҙары һәм артабан да уны һаҡлап ҡалырға кәрәклеге тураһында белдерҙе.
Артабан тамашаны йәш артис­тарыбыҙ дауам итте. «Бирешмә» фильмында төшкән һәм шул уҡ исемдәге төркөмдөң йырсыһы Гөлгенә Баһауетдинова сәхнәгә сығып баҫыуы булды, зал алҡыштарға күмелде. Фильмды бөтәһе лә ҡараған икән. Гөлгенә апай­ҙарын да яратып өлгөргәндәр. Бергә ҡушылып йырлап та ултыр­ҙылар. Ә Илнур ағайҙары барыһын да бейергә саҡырҙы. Балаларға шул ғына кәрәк, артыҡ инәлтмәй, төшөп тә киттеләр. Вәт, күңелле булды, исмаһам! Зал геү килеп торҙо.
Һуңынан, ғәҙәттәгесә, уйындарыбыҙҙы үткәрҙек. Һәр синыф­ҡа икешәр-өсәр дана яҙылып, икенсе ярты йыллыҡҡа был мәктәпкә 30-ға яҡын дана гәзит киләсәк.

«Йәншишмә»нең бүләген отоусылар.

Ана шулай синыф менән яҙылыу бик отошло. Башҡалар ҙа 20-се гимназия уҡыусыларынан өлгө алһын ине. Синыфығыҙҙа 20 бала булғанда ла бер кешегә 24 һум тирәһе генә аҡса китә. Күп түгел дә инде. Уның ҡарауы, ярты йыл буйына гәзит килеп торасаҡ, үҙегеҙгә төрлө уйындар­ҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге лә тейәсәк. Тиҫтер­ҙәрегеҙҙең ижады, яңылыҡтар, яҙыусы ағай-апайҙарығыҙҙың матур-матур әҫәрҙәре менән дә танышып барасаҡһығыҙ.
Хөрмәтле уҡытыусылар, әлеге лә баяғы һеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ инде. Уҡыу йылы тамамланыуға бер айҙан да әҙерәк ваҡыт ҡалды. Балалар гәзитһеҙ ҡалмаһын, йәйге каникулды «Йәншишмә» менән ҡаршылаһын ине. Шуға ла һеҙҙең ярҙам кәрәк. Мәктәбегеҙҙә гәзиткә яҙылыуҙы ойошторһағыҙ ине.
«Аҙна һайын – отош» уйынында ҡатнашыу өсөн яҙылыу квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә онотмағыҙ. Гәзитле генә түгел, бәлки, бүләкле лә булырһығыҙ.

Хәлиҙә ЧЕМБАРИСОВА.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code