Үҙебеҙҙең «Йәйләү»ҙә

Яҙыусы менән осрашыу.

Таңатар мәктәбе уҡыусылары йәйге каникулын күңелле һәм файҙалы итеп үткәрә. Көндөҙгө «Йәйләү» балалар лагерында ял итеүсе башланғыс синыф уҡыусыларына бигерәк тә шәп! Рәхәтләнеп ял итәләр, уйнай­ҙар, спорт менән шөғөлләнәләр, бергәләп китап уҡый­ҙар, кроссворд сисәләр, ярыштар, һабантуйҙар ойошторалар.

Ә бер көндө улар тыу­ған ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан яҡташ яҙыусы Марсель Сәлимов ағай­ҙары менән осрашты. Шуныһы шатлыҡлы, ар­ҙаҡлы ҡәләм оҫтаһы бер ҡасан да беҙҙең мәктәпкә инмәй ҡалмай. Был юлы ла ул уҡыусыларҙың нисек ял иткәнен, йәйге каникулда нимә менән шө­ғөлләнгәндәрен үҙ күҙҙәре менән күреп, ҡәнәғәт булып китте. Марсель ағай балаларҙы әҙәбиәт һәм мәҙәниәт яңылыҡтары менән таныштырҙы, китаптарын бүләк итте.

Лилиә АРЫҪЛАНОВА, китапханасы.
Борай районы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code