Үҙебеҙҙең ирекмәндәр бар

III «Б» синыфы уҡыусылары.

Быйылғы йыл Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тип иғлан ителде. Ошо айҡанлы Дауыт Юлтый исемендәге китапханала ла әүҙем эш алып барыла. Һәр теләгән уҡыусы ирекмән булып китә. Улар иҫке китап, журналдарҙы ипкә килтереүҙә, өйҙәренән сығып йөрөй алмаған ололарҙы, һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикле булғандарҙы китаптар, гәзит-журналдар менән тәьмин итеүҙә ярҙамлаша.

Тамаша бара.

Бөтә синыф менән ирекмән булып йөрөүселәр ҙә бар. Улар – интернат-лицейҙың III «Б» синыфы уҡыусылары. Был бәләкәстәр тәрбиәселәре Дилә Шаһимәрҙәнова, уҡытыусылары Гүзәл Ғәйфуллина менән төрлө урындарҙа бушлай концерттар, спектаклдәр ҙә ҡуя.
Күптән түгел беҙҙең ирекмәндәр һаулыҡтары сикләнгән балалар тәрбиәләнгән махсус интернат-мәктәпкә барып, «Несмеяна әкиәттәре»н күрһәтеп ҡайтты. Был тамашала нәмә булырын хәбәр итеүсебеҙ – Рәмилә Әбүталипова беренселә генә уҡый әле. Шулай булһа ла, күпме һүҙҙәрҙе иҫендә ҡалдыр­ған. Шул тиклем матур биҙәлгән сәхнәгә батша үҙенең ҡыҙы Несмеяна (Илнур Фәхретдинов, Азалиә Сөләймәнова), уларҙың ялсылары (Денис Мөхәмәт­йәров, Рамаҙан Йосопов) менән килеп сыға. Көлмәй торған ҡыҙҙы көлдөрөр өсөн бейеүселәр (Артур Ғайсин, Зөлфәр Латипов, Рунар Ғәйфуллин, Артём Мәхмүтов, Фәнзил Таһиров, Эрнст Рыбаков) уның алдында һөнәрҙәрен күрһәтә. Кем генә сыҡмай сәхнәгә: Алёнушка үҙенең ҡустыһы Иванушка (Ильвина Мансурова, Артур Ғайсин) менән, Иванушканы урлап алып китеүсе аҡҡоштар (Эльвин Ғәлиастанов, Тимур Зикрин, Фидан Фәхретдинов), Үгәй әсә (Рената Хөсәйенова) һәм уның ике ҡыҙы (Азалина Әғзәмова, Эльвина Ғәлимова), Золушка (Нәркизә Кашапова), принц (Ислам Ҡорманғәлиев)… Был геройҙар бөтә тамашасыларҙы шатландырҙы, Емеля (Рунар Йомағужин) үҙенең мейесе өҫтөнә ултырып елдереүе булды, көлмәгән ҡыҙ Несмеяна ысын күңелдән көлөп ебәрҙе.
Бигерәк оҫта уйнанылар, ысын артистармы ни! Маладис­тар! Тағы ла килегеҙ, көтәбеҙ, тип тороп ҡалдылар.

Флүрә ШАКИРОВА, Дауыт Юлтый исемендәге китапхана етәксеһе.
Белорет ҡалаһы.

Добавить комментарий

Ваш e-mail не будет опубликован. Обязательные поля помечены *

*

code